Әле ун беренселәргә үҙенең ҡарарын, йәғни сығарылыш имтиханының формаһын үҙгәртеү өсөн ваҡыт бар. Был хаҡта «Рособорнадзор»ҙың йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы етәксеһе Игорь Круглинский хәбәр итә:
– Төрлө сәбәпкә бәйле имтихан биреү формаһын үҙгәртергә ҡарар иткән уҡыусыларға ваҡыт бирәсәкбеҙ. Ул ваҡыт 15 майға тиклем, тип планлаштырыла.
2020–2021 уҡыу йылының сығарылыш кластары өсөн тәүге һынау – йомғаҡлау иншаһы 15 апрелдә үтәсәк. Быйыл пандемияға бәйле уны шулай һуңға күсерҙеләр. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул көндә инша яҙа алмағандар өсөн резерв көн ҡаралған – май байрамдарына тиклем һәм унан һуң.
БДИ-ны тапшырыуҙың төп осоро 31 майҙа старт аласаҡ һәм 25 июндә тамамланасаҡ. Һәр ваҡыттағыса, аҡларлыҡ сәбәптәр арҡаһында имтиханға килә алмаған йәки эшен эшләп өлгөрмәгән уҡыусылар өсөн резерв көндәр ҡаралған – 28, 29 июнь һәм 2 июль.
«Рособорнадзор» башлығы Анзор Музаев, донъяла мәкерле сир ҡотороуын иҫәпкә алып, резерв көндәр бик аҙ, тине. Һәм быйылға имтихан тапшырыу өсөн өҫтәмә аҙналыҡ индереп торорға тәҡдим итте. Шулай итеп, ун беренселәргә «бонусҡа» дүрт көн биреләсәк – 12, 13 һәм 14 июль, шулай уҡ бер резерв көн – 17 июль. Ошоға бәйле, «Роспотребнадзор» вуздарға ҡабул итеү имтихандарын һуңыраҡҡа күсереүҙе талап итеп мөрәжәғәт итәсәк.
Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн яңылыҡтар байтаҡ, шуларҙың иң мөһимдәре:
БДИ–2021 теҙмәһе:
«Йомғаҡлау иншаһы»ның темалары: