Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2021, 16:59

Башҡорт теленән берҙәм имтихан индерелә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала башҡорт теле буйынса төбәк имтиханы үткәреләсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала башҡорт теле буйынса төбәк имтиханы үткәреләсәк.
Был хаҡтағы документ бөгөн хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән. Уға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Ҡарарҙан күренеүенсә, берҙәм төбәк имтиханы йыл һайын сығарылыш уҡыусылары өсөн ирекле нигеҙҙә үткәреләсәк. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы имтихандарҙы үткәреү тәртибен билдәләйәсәк. Сығымдар ведомство бюджетынан бүленә. Уның үтәлешен контролләү вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға йөкмәтелгән.
Фото:Горобзор.ру
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: