2020 йылдағы Башҡорт теле йылы минең өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған “Башҡорт теле серҙәре”исемле интеллектуаль уйындан башланды.
Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән уҡытыусылар менән бер рәттән, ҡулыма “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” танытмаһын алыу бәхете тейҙе.Үҙ ҡанаты аҫтына алған район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахмановаға рәхмәтлемен. Мәктәптә, районда, республикала үткәрелгән һәр сараның уртаһында ҡайнаған, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә бөтә күңелен биреп эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыларына ҡарап һоҡланам, сөнки бер генә сара ла уларҙан башҡа үтмәй.2019 йылдың һуңында уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, ҙур тәжрибә тупланым, белем багажымды тулыландырҙым.Миәшәгәр, Шәрип мәктәптәрендә башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Аҙнаһына бер осрашҡан дәрестәрҙә балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, телебеҙгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Башҡорт халыҡ ижадын киң ҡулланып, һәр дәрестә, мәҙәни сараларҙа уҡыусыларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу хисе уятырға тырышабыҙ. Күп ижади эштәрҙә ата-әсәләр менән берлектә эшләү алымдарын ҡулланабыҙ. Башҡорт теленән тәүге диктантта 10 кеше булһаҡ, һуңғыһында 20-нән артты.
Күп кенә ауылдаштарҙың ҡатнашырға теләктәрен белдереүе – үҙе бер шатлыҡ.Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Мостай Кәрим – изгелек һәм иреклек йырсыһы” исемле иң яҡшы район гәзите конкурсында 6-сы класс уҡыусыһы Илсаф Сафин – 2-се урын һәм “Минең республикам” район һүрәттәр конкурсында 2-се класс уҡыусыһы Арслан Кәримов 2-се урынды яулауы тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, йәшәгән еребеҙгә балаларҙың битараф түгеллеген күреп һөйөнәбеҙ.Тел уҡытыусыһы булараҡ, шиғыр ятлау буйынса беҙ балаларға өлгө булырға бурыслыбыҙ. Байрамдарҙа, интернет-конкурстарҙа халҡымдың шиғырҙарын яттан һөйләп, балаларҙы ла шуға өйрәтәм. Рәми Ғарипов ижадына арналған “Барлыҡ ҡыуанысым – шиғырҙарҙа, бар бәхетем – халҡым телендә” исемле район дистанцион шиғыр һөйләү конкурсында 2-се урын яуланым. 5 уҡыусым, ата-әсә һәм үҙем “Башҡорт шағирҙарының башҡорт телендә шиғырҙары” конкурстарына видеояҙмалар ебәреп, сертификатлы булдыҡ. Ошо уҡыусыларым араһында урыҫ малайы Алексей Кердольдең саф башҡортса Салауат Юлаевтың шиғырын һөйләүе ауылдаштарым өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ булды.Ул үҙ теләге менән дәүләт имтиханына башҡорт телен һайланы.Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы уҙғарған “Иң яҡшы башҡортса асылма” “Viбергә” интернет конкурсында ҡатнашып, “Рәхмәтлемен әсәйем” һәм “Атайҙың һүҙе – аҡылдың үҙе” открыткалары эшләп, сертификатлы булдым. Шулай уҡ “Әсәм теле – сәсән теле”, “Шиғриәт2” интернет конкурсына видеоға яҙылған шиғырҙарҙы ебәрҙек.Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙарын ятлап, уҡыусыларым, ата-әсәләр менән бергә интернет селтәрҙәрендә видеояҙмалар сығарҙыҡ.“Милли кейем – халҡым мираҫы” исемле класс сәғәттәре үткәреп, видеояҙма эшләнек. Был көндө мәктәпкә башҡорт кейемендә килеүсе 2-се һәм 3-сө класс уҡыусылары ауылыбыҙҙа үткәрелгән күп сараларҙа башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарып, ауылдаштарҙың һөйөүен яуланы.Декабрҙә башҡорт теленә арналған аҙналыҡ үткәреп, Миәшәгәр һәм Шәрип ауылының 2 – 6-сы класс уҡыусылары менән “Башҡорт халыҡ ижады. Тиҙәйткестәр” һәм “Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр” исемле видеояҙмалар ижад иттек. Былтыр Башҡорт теле көнөндә “Аҡмулла – яҡтылыҡҡа әйҙәүсе” тигән берҙәм дәрес үткәреп, уҡыусылар һәм коллегаларым менән М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” видеояҙмаһын төшөрҙөк. Уҡытыусылар, уҡыусылар һәм әсәйҙәр менән Аҡмулла диктантында ҡатнаштыҡ.Башҡорт теле йылы тамамланһа ла, беҙҙең алға яңынан -яңы бурыстар ҡуйыла.
Бөгөн, мәғлүмәт технологиялары үҫешкән осорҙа, белем дә, уны еткереү ысулдары ла тиҙ үҙгәрә, үҫешә бара. Заманса технологияларҙан артта ҡалмайынса, уларҙың барыһын да үҙләштереп, өйрәнеп һәм ҡулланып, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән берлектә, берҙәмлектә башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итербеҙ, белемдәребеҙҙе камиллаштырырбыҙ.Миләүшә Саҙретдинова, Миәшәгәр төп белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.