«Башҡорт телендә өс диалект бар: Урал аръяғы, көньяҡ һәм төньяҡ көнбайыш. Ошо өс диалектлы төҙөлөш – дөйөм ҡабул ителгән ғилми факт. 80-се йылдарҙа Өфөлә Рәсәйҙең билдәле төркиәтселәре ҡатнашлығында уҙған бөтә союз диалектология конференцияларында диалекттар тураһында шундай ҡарарға килгәндәр», — тип хәбәр итте тест авторҙары.