Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Декабрь 2020, 12:35

2021 йылда уҡыусыларҙың яңы йыл каникулы оҙайтылырмы?

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Интервью» тапшырыуында 2021 йылда яңы йыл каникулы оҙайтыламы тигән һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Интервью» тапшырыуында 2021 йылда яңы йыл каникулы оҙайтыламы тигән һорауға яуап бирҙе.
«График буйынса беҙҙә каникул 11 ғинуарға тиклем дауам итә, һуңынан уҡый башлайбыҙ. Белеүемсә, әле икенсе ярты йыллыҡта уҡыу графигы федераль кимәлдә тикшерелә. COVID-19 буйынса федераль оператив штабта ҡарар ҡабул ителгәс тә, беҙ, һис шикһеҙ, ошо хаҡта уҡыусыларға, ата-әсәләргә еткерербеҙ», — тине министр.
Уҡыусылар өсөн икенсе сирек 30 декабрҙә тамамлана, был – каникул алдынан һуңғы уҡыу көнө.
Читайте нас: