Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 21:09

ЙӘШ УҠЫТЫУСЫЛАРҒА – ГРАНТТАР

Бөгөн Салауат районының 9 йәш уҡытыусыһы 690 мең һумлыҡ грант алды.Уларҙың өсөһөнә грант таныҡлыҡтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үҙе тапшырһа, алты уҡытыусыға сертификаттар районда бирелде. Тулыраҡ – САЙТТА.

Бөгөн Салауат районының 9 йәш уҡытыусыһы 690 мең һумлыҡ грант алды.
Уларҙың өсөһөнә грант таныҡлыҡтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үҙе тапшырһа, алты уҡытыусыға сертификаттар районда бирелде.
Малаяҙ ауылында Уҡытыусылар көнөнә арналған байрамда Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов йәш белгестәрҙе тәбрикләп, уларға грант таныҡлыҡтары тапшырҙы.
Торналы урта мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Гөлназ Илфат ҡыҙы Басирова, Әлкәнән инглиз теле уҡытыусыһы Лилиә Фәнүр ҡыҙы Закирова, Арҡауылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Марс ҡыҙы Иҙрисова, Малаяҙ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Дамир ҡыҙы Ноғаманова, Лағыр урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Ранис Рәйес улы Хәкимов, Әлкә урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфәриә Дауыт ҡыҙы Ямалетдинова ошо сертификатҡа эйә булды.
Янғантау урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Таһир Фларит улы Зарипов, математика һәм информатика уҡытыусыһы Салауат Фәйез улы Ханов, Лағыр урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Абрек ҡыҙы Мөфтиева Өфөгә саҡырылды. Уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров грант таныҡлыҡтарын шәхсән үҙе тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығының указына ярашлы, ауылдың йәш уҡытыусыларына аҡсалата республика гранттары икенсе йыл бирелә.
Читайте нас: