Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2020, 20:06

БЕЛЕМ БАЙРАМЫ

Урмансы төп мәктәбендә бөгөн Белем көнө үтте.Байрам тантанаһы, пандемия менән бәйле, беренсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн генә ойошторолдо.

Урмансы төп мәктәбендә бөгөн Белем көнө үтте. Байрам тантанаһы, пандемия менән бәйле, беренсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн генә ойошторолдо.
Балаларҙы филиал мөдире Айгөл Шәймырҙина, Лаҡлы ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ира Сәйфуллина һәм район Хакимиәте вәкиле ҡотланы. Беренселәрҙе башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Дилмөхәмәтова ҡабул итте. Тәүге ҡыңғырау Илнур Шәймырҙин, Азалия Фәрхетдинова һәм Милена Сәлимова өсөн яңғыраны. Уларға беренсе уҡытыусылары Белем асҡысы тапшырһа, мәктәп мөдире “Әлифба” китабы биреп, тәүге дәрескә оҙатты.
Урмансы мәктәбенең 9-сы класына быйыл дүрт уҡыусы килде: Сыңғыҙ Солтанов, Ильян Вәлшин, Эльдар Фәйзуллин, Илүзә Ғәйнизаманова. Мәктәптә барыһы 42 бала иҫәпләнә. Уларға 8 уҡытыусы белем бирә.
Читайте нас: