Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2020, 12:00

Республика август кәңәшмәһе үтте

“Торатау” конгресс-холында “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте.

“Торатау” конгресс-холында “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте.
Онлайн-форматта фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Унда һанлы белем биреүгә маҡсатлы модель индереү, дөйөм, өҫтәмә һәм профессиональ белем биреү системаһының үҫеш юлдары, мәктәптән ситтә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Дистанцион уҡытыу менән бәйле фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дистанцион уҡытыуға әҙер булмаһаҡ та, педагогтарҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауына һоҡланыуын белдерҙе.
Читайте нас: