Гаджеттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы уҙғарған “Өйҙә уҡырға ярҙам ит!” акцияһына ярашлы бирелде. Уларҙы уҡыусыларға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров тапшырҙы. Малаяҙ ауылынан Тимур Солтанов, Татьяна Корнеева, Нәсибаштан Валерия Айбашева, Йыланыштан Кристина Петрова, Тирмәндән Айнур Заһитов, Торналынан Аделина Ямаева һәм Әй ауылынан Ольга Скорнякова планшетлы булды. Улар барыһы ла 11-се класта белем ала.