Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2020, 00:48

“БАЙ, ЯҒЫМЛЫ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!”

Салауат районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Янғантау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Ишморат ҡыҙы ИШБУЛДИНА:– Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм рәйестәре лә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуға ауыл халҡын йәлеп итеүҙә ойоштороу эшен алып барҙы. Бигерәк тә Арҡауыл, Әлкә, Лағыр, Мәсетле, Таймый, Торналы, Янғантау ауыл биләмәләрендә әүҙем ҡатнаштылар. Бөйөк яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов аманатына тоғро ҡалып, илем-телем, тип яныусыларға ҙур рәхмәт!

Салауат районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Янғантау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Ишморат ҡыҙы ИШБУЛДИНА:
– Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм рәйестәре лә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуға ауыл халҡын йәлеп итеүҙә ойоштороу эшен алып барҙы. Бигерәк тә Арҡауыл, Әлкә, Лағыр, Мәсетле, Таймый, Торналы, Янғантау ауыл биләмәләрендә әүҙем ҡатнаштылар. Бөйөк яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов аманатына тоғро ҡалып, илем-телем, тип яныусыларға ҙур рәхмәт!
Киләсәк быуынға башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Был өләсәй-олатайҙарҙың, әсәй-атайҙарҙың изге бурысы. Балаһына туған телен өйрәтмәгән ғаилә, үҙ тамырын үҙе ҡоротор. Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да роле ҙур, ләкин бала мәктәптә башҡорт телен 2-3 сәғәт кенә өйрәнә, шуға ҡарамаҫтан, Янғантау мәктәбендә диктантты рус балалары ла яҙҙы. Был хуплауға лайыҡ, ошо гүзәл ерҙә йәшәгәндәр, аҫаба халыҡты ихтирам итә.
Милләттәштәр, рухташтар, телебеҙҙе һаҡлау ошондай акциялар менән генә сикләнмәһен: бай, яғымлы телебеҙҙә һөйләшәйек, йолаларыбыҙҙы тергеҙәйек, гәзит-журналдарға яҙылайыҡ һәм уҡыйыҡ. Борон-борондан ололар йәш быуынға әкиәттәр һөйләп үҫтергән, тергеҙәйек ошо йоланы. Халҡыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ, иң боронғо мираҫы "Урал батыр" эпосы – иң бөйөк хазинабыҙ. Ер йөҙөндәге иң боронғо әҙәби мираҫы булған халыҡтың теле лә, йолалары ла, үҙе лә мәңгелек. Шуның ҡәҙерен беләйек, һаҡлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек. Урал батыр идеяларына тоғро булайыҡ.
Читайте нас: