Малаяҙ башҡорт гимназияһында “ XXI быуат лидеры” лидеры конкурсы уҙҙы. Төрлө мәктәптәрҙән килгән 8 уҡыусы төрлө һынауҙар аша үтте. Улар үҙҙәре һәм йәмәғәт ойошмалары менән таныштырҙы, һайлап алған темаға фекер алышты.
Конкурстың еңеүсеһе тип Янғантауҙан Тамара Плотникова танылды. 2-се урынға Сабрина Хәйретдинова (МБГ), Камилла Әхмәтйәнова (Торналы, 3-сө урынға Гөлсәсәк Гарипова (Лағыр), Анжелика Шиһапова (Арҡауыл) лайыҡ булды. Төрлө номинацияларҙа Гөлназ Хәсәнова (Нәсибаш), Ангелина Фассалова (Шәрип), Наҙгөл Шәмсетдинова (Әлкә) еңең яуланы. Призерҙарға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.