Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2020, 16:35

БЕҘҘЕҢ ҠЫҘҘАР – АНАПАЛА!

Анапа ҡалаһында “Алмаш” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә 3-сө белем биреү сменаһы асылды. Үҙәктә илдең 43 төбәгенән килгән 609 ҡыҙ һәм малайҙар ял итәсәк. Үҙәккә барыу бәхете Салауат районынан Янғантау мәктәбе уҡыусылары Юлиә һәм Вероника Суроваткиналарға ла тейҙе. Балалар ике аҙна дауамында белем алып, ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә үҙ йүнәлештәрен һайлап, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәк. Өсөнсө сменала шулай уҡ 35 түңәрәк, төрлө белем биреү модулдәре ойошторола. Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Бөтә Рәсәй яҡшылыҡ фестивале”, “Мин-гражданин!”, “Һөнәрҙәр ҡалаһы”, “Һөнәрҙәр ирекмәне” тип аталған дүрт программала ҡатнашасаҡ.

Анапа ҡалаһында “Алмаш” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә 3-сө белем биреү сменаһы асылды. Үҙәктә илдең 43 төбәгенән килгән 609 ҡыҙ һәм малайҙар ял итәсәк. Үҙәккә барыу бәхете Салауат районынан Янғантау мәктәбе уҡыусылары Юлиә һәм Вероника Суроваткиналарға ла тейҙе.
Балалар ике аҙна дауамында белем алып, ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә үҙ йүнәлештәрен һайлап, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәк. Өсөнсө сменала шулай уҡ 35 түңәрәк, төрлө белем биреү модулдәре ойошторола. Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Бөтә Рәсәй яҡшылыҡ фестивале”, “Мин-гражданин!”, “Һөнәрҙәр ҡалаһы”, “Һөнәрҙәр ирекмәне” тип аталған дүрт программала ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: