Кисә Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2020" республика конкурсын ябыу тантанаһы үтте.
Быйылғы һөнәри конкурста ҡатнашырға теләүселәр үткән йылдарға ҡарағанда күберәк булған. Төрлө номинацияларҙа республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 209 педагог, ә “Иң яҡшы уҡытыусы” исеменә 70 кеше көс һынашты.
Мәртәбәле конкурста Салауат районының данын Янғантау урта мәктәбе уҡытыусылары Салауат Ханов һәм Таһир Зарипов яҡланы. Ике уҡытыусы ла юғары баһа алды. Инглиз теле уҡытыусыһы Таһир Флорит улы конкурста ҡатнашҡан өсөн Диплом менән бүләкләнде. Информатика һәм математика уҡытыусыһы Салауат Фәйез улы “Педагогик өмөт” номинацияһында еңеүсе булды. Ул конкурстың ябыу тантанаһында ҡатнашып, Диплом һәм бүләк менән билдәләнде.
Конкурсанттар билдәләүенсә, ярыш йәш уҡытыусыларға көс туплау сығанағы, ә тәжрибәле педагогтарға һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлау мөмкинлеге бирә.