Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Март 2020, 20:14

ТАТЫУ ҒАИЛӘ – ИЛ ҠОТО!

Малаяҙ башҡорт гимназияһында ғаилә темаһына бик йөкмәткеле, фәһемле дәрес үтте. Уны башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина ХУЖИНА әҙәби уҡыу дәресе барышында күрһәтте.Дәрес республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сараларына ярашлы уҙғарылды. Башҡорт теле йылының март айы “Башҡорт теле – ғаилә теле” (хештег #ғаилә) исеме аҫтында үтә.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында ғаилә темаһына бик йөкмәткеле, фәһемле дәрес үтте. Уны башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина ХУЖИНА әҙәби уҡыу дәресе барышында күрһәтте.
– Дәрескә әсәйҙәр ҙә килгәйне. Балалар ғаилә темаһына ҡараған бик күп яңы һүҙҙәр үҙләштерҙе. Ғаиләлә берҙәмлек, рухи көс, татыулыҡ, дуҫлыҡ, хөрмәт кеүек сифаттар кәрәклегенә төшөндө. Үҙҙәре лә ғаиләләре тураһында ғорурланып, ҙур теләк менән һөйләне. Уҡыусыларҙың әйткән һүҙҙәренән, ҡылыҡтарынан ғаиләләрен яратыуҙары, хөрмәт итеүҙәре күҙгә ташланды. Был бик һәйбәт күренеш. Шундай ҡыҙҙар, малайҙар булғанда киләсәктә рухлы башҡорт ғаиләләре бөтмәйәсәгенә иманым камил, – ти гимназия директорының туған телдәр буйынса урынбаҫары Индира Ҡазиханова.
Индира Риф ҡыҙы хәбәр итеүенсә, был дәрес республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сараларына ярашлы уҙғарылды. Башҡорт теле йылының март айы “Башҡорт теле – ғаилә теле” (хештег #ғаилә) исеме аҫтында үтә.
Читайте нас: