10 мартта Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” регион-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Быйылғы конкурста 56 уҡытыусы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Улар араһында республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән килгән бәйгеселәрҙең булыуы ла бик шатлыҡлы күренеш.
Районыбыҙҙын данын Мөрсәлим мәктәбенең уҡытыусыһы - Юлиә Ансар ҡыҙы Дилмөхәмәтова яҡлаясаҡ. Конкурсанттар "Милли кейемде презентациялау", "Дәрес", "Дәрестән тыш сара", "Оҫталыҡ класы", "Асыҡ лекция", "Мәғариф проекты", "Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле" кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ҡыҙыҡлы ижади конкурстарҙа үҙҙәрен һынаясаҡ.