Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнде. Салауат районының барлыҡ мәктәптәрендә башҡорт, рус һәм татар телдәрендә диктант яҙыу ойошторолдо.
– Диктант яҙыуҙа райондың бөтә мәктәптәре лә тиерлек әүҙем ҡатнашты. Сара Башҡорт теле йылына, шулай уҡ яҡташ шағирҙарыбыҙ Рәми Ғарипов һәм Сафуан Әлибайҙы иҫкә алыуға ла арналды. Сөнки 20 февралдә уларҙың береһенең вафат булған көнө, ә икенсеһенең бөгөн, 21-ендә, тыуған көнө үтте, – тине район мәғариф бүлегенең баш методисы Люциә Ғабдрахманова.
Мәктәптәрҙән дә хәбәрҙәр килде.
Индира Ҡазиханова, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директорының туған телдәр буйынса урынбаҫары:
– Диктант та яҙҙыҡ, ата-әсәләрҙе саҡырып, асыҡ дәрестәр ҙә уҙғарҙыҡ. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа Салауат Юлаевтың бала сағына бағышланған йола күрһәтелде. Уҡыусылар ихлас бейене, йырланы, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаны. Өлкән кластарҙа Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижад юлына арналған интеллектуаль уйын ойошторолдо.
Гөлнур Байрамғолова, 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Беҙҙең мәктәптә башҡорт һәм рус телдәренән диктант яҙҙылар. Уҡыусылар менән Салауат Юлаев музейына экскурсияға ла барҙыҡ.
Туған башҡорт телебеҙ сәскә атһын, уның ҡулланыу даирәһе киңәйһен һәм ул мәңге йәшәһен!
Минзилә Ҡорбанғәлиева, Мөрсәлим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Балалар һәм өлкәндәр ҡатнашлығында диктант яҙҙыҡ. Унда йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Туған телдәр көнө бик матур үтте.
Алия Ишбулдина, Янғантау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Беҙҙең мәктәптә лә төбәк диктантында йөҙҙән ашыу кеше булды. Иң өлкәненә 73 йәш ине. Был иһә беҙҙең туған телебеҙгә иғтибар арта, уның бәҫе күтәрелә, тигән һүҙ.