Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ғинуар 2020, 16:14

БДПУ-НЫҢ БАШҠОРТ ФИЛОЛОГИЯҺЫ ФАКУЛЬТЕТЫ ЯБЫЛМАЙ

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябыла тигән хәбәр таралғас, халыҡ быға ризаһыҙлығын белдерҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүсе факультеттың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына түгел, республика кимәлендә абруйы бик ҙур.Факультетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына уҡытылмай, ҡытай, төрөк, ғәрәп, урыҫ, инглиз телдәре белгестәре әҙерләнелә, йәғни студенттар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡып сыға ала.Университет ректоры Сәғитов Салауат Тәлғәт улы фекеренсә, факультет үҙ статусында ҡаласаҡ. Бары тик уның эсендә төрлө сит ил телдәрен уҡыу-уҡытыу буйынса төркөмдәр асыу тураһында һүҙ бара.“Факультеттың исеме үҙгәртелмәйәсәк. Бында исеме мөһим түгел, ә есеме. Ә беҙ есеме өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ – яңы үрҙәргә илткән структуралар булдырасаҡбыҙ. Факультет эсендә Көнсығыш телдәрҙе өйрөнеү үҙәге асыласаҡ. Сит өлкәләрҙән (Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар) милләттәштәребеҙҙе уҡыу йортона йәлеп итәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте Салауат Тәлғәт улы.

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты ябыла тигән хәбәр таралғас, халыҡ быға ризаһыҙлығын белдерҙе.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүсе факультеттың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына түгел, республика кимәлендә абруйы бик ҙур.Факультетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына уҡытылмай, ҡытай, төрөк, ғәрәп, урыҫ, инглиз телдәре белгестәре әҙерләнелә, йәғни студенттар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡып сыға ала.
Университет ректоры Сәғитов Салауат Тәлғәт улы фекеренсә, факультет үҙ статусында ҡаласаҡ. Бары тик уның эсендә төрлө сит ил телдәрен уҡыу-уҡытыу буйынса төркөмдәр асыу тураһында һүҙ бара.
“Факультеттың исеме үҙгәртелмәйәсәк. Бында исеме мөһим түгел, ә есеме. Ә беҙ есеме өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ – яңы үрҙәргә илткән структуралар булдырасаҡбыҙ. Факультет эсендә Көнсығыш телдәрҙе өйрөнеү үҙәге асыласаҡ. Сит өлкәләрҙән (Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар) милләттәштәребеҙҙе уҡыу йортона йәлеп итәсәкбеҙ", - тип хәбәр итте Салауат Тәлғәт улы.
Читайте нас: