Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2020, 19:52

2020 йыл – Башҡорт теле йылы

2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән.Был башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығып, республика Башлығы Радий Хәбиров уны хупланы. Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт теле йылы концепцияһын әҙерләгән. Уға ярашлы, быйыл Салауат районында бик күп саралар ойоштороу ҡаралған.

2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән.
Был башланғыс менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығып, республика Башлығы Радий Хәбиров уны хупланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле йылы концепцияһын әҙерләгән. Уға ярашлы, быйыл Салауат районында бик күп саралар ойоштороу ҡаралған.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә уғарылған сараларға методик күрһәтмәләр

  1. Дөйөм положение
    • «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы инициативаһы (артабан-Инициатива) Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырыла.
    • Инициативаның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
    • Инициативаның бурыстары:
    • Инициативаны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырыу, шулай уҡ территориаль берәмектәрҙә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса командалар туплау (район, ҡала, республика һәм башҡалар);
    • Башҡорт теле йылын үткәреү сиктәрендә территориаль берәмектәрҙә тормошҡа ашырыласаҡ саралар планын төҙөү һәм раҫлау (район, ҡала, республика һәм башҡалар);
    • заманса методикалар әҙерләү һәм улар нигеҙендә башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү, шул иҫәптән экспресс-өйрәнеү буйынса төрлө йәштәгеләр өсөн әсбаптар булдырыу;
    • территориаль берәмектәрҙә яңы мәҙәни һәм белем биреү мәғариф майҙансыҡтары булдырыу һәм булғандарын үҫтереү (район, ҡала, республика һәм башҡалар);
    • Башҡортостан Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уны популярлаштырыу;
    • башҡорт телен дәүләт теле булараҡ популярлаштырыу, уның төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү;
    • Инициативаны тормошҡа ашырыуға әүҙем граждандарҙы, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм башҡа билдәле шәхестәрҙе йәлеп итеү;
    • балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә белем биреү процесын оптималләштереү аша башҡорт телен туған тел булараҡ йәштәр, балалар һәм ата-әсәләр араһында популярлаштырыу, шулай уҡ башҡорт телен уҡытыу буйынса башҡа төрлө майҙансыҡтар булдырыу;
    • халыҡ педагогикаһы нигеҙендә территориаль (ауыл, район, ҡала) халыҡ йолаларын, уҡытыу һәм тәрбиә биреү традицияларын тергеҙеү;
    • Башҡорт теле йылы сиктәрендә проектты һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу буйынса район һәм ҡала ҡоролтайҙары араһында конкурс үткәреү.
      1. Башҡорт теле йылын үткәреү этаптары һәм ваҡыты
        • Башҡорт теле йылы 2020 йылдың ғинуарынан алып декабргә тиклем үткәрелә.
        • Башҡорт теле йылына 2020 йылдың 14 декабрендә йомғаҡ яһала.
          1. Ойоштороусылар һәм эш органдары
            • Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторолған сараларҙың координаторы һәм консультанты булып «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге тора.
            • Башҡорт теле йылын ойоштороусылар – «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, территориаль ҡоролтайҙар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, ижади берләшмәләр.
            • Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәте ҡарамағында ойоштороу комитеты төҙөргә, Башҡорт теле йылын үткәреү, уның маҡсаттарын һәм бурыстарын аңлатыу тураһында Положение әҙерләргә тәҡдим ителә.
            • Башҡорт теле йылын ойоштороу һәм үткәреү өсөн территориаль берәмектәрҙә муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре, территориаль ҡоролтайҙар яуаплы.
            • Территорияларҙа үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт район һәм ҡала ҡоролтайҙарының Бәйләнештә социаль селтәрендәге аккаунтында (булмаған осраҡта, уны булдырыу мотлаҡ) махсус ҡулланылған хэштегтар #ҡоролтай #курултай #годбашкирскогоязыка #башҡорттелейылы #ҡала(район)исеме #сараның йүнәлеше (темаһы) атамаһы (1-се таблицаның 4-се бағанаһына ярашлы) аша яҡтыртыла. Территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттарында «Башҡорт теле йылы – 2020» тип аталған айырым бит булдырырға тәҡдим ителә.
              1. Башҡорт теле йылын үткәреү тәртибе
              2. 4.1. Башҡорт теле йылы сиктәрендә муниципаль район һәм ҡала округтарында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә түбәндәге йүнәлештәр буйынса саралар уҙғарырға тәҡдим ителә:

                1-се таблица

                Ай

                (этап старты)

                Айҙарҙың тематик йүнәлештәре

                Тәҡдим ителгән саралар

                (район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыу өсөн)

                Хэштег

                Ғинуар,

                2020 й. (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – дәүләт теле

                Ойоштороу мәсьәләләре: концепцияны, программаларҙы, пландарҙы, положениены раҫлау.

                Бәйләнештә социаль селтәрендә территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттарын булдырыу.

                Аккаунт сиктәрендә башҡорт телен өйрәнеү торошон баһалау буйынса һорау алыу ойоштороу (һорауҙы һәр район үҙ аллы һайлай).

                Башҡорт телендә йыйылыштар, ултырыштар, сығыштар эстафетаһына старт биреү (район хакимиәтендә, ауыл советтарында).

                Башҡорт телендә баннерҙар, социаль реклама әҙерләү.

                БР дәүләт телдәрендә мәғлүмәти алтаҡталарҙы анализлау.

                Башҡорт телендәге алтаҡталарҙа грамматик хаталарҙы асыҡлау һәм төҙәтеү эшен ойоштороу (хаталар өҫтөндә эш).

                Территориаль ваҡытлы матбуғатта «Башҡорт теле йылы» рубрикаһын булдырыу һәм алып барыу.

                #дәүләт

                Февраль, 2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – заманса тел

                Тел белеүселәр менән социаль селтәрҙәр, скайп аша аралашыу, онлайн-дәрестәр, баттлдар, блогерҙарҙы өйрәтеү.

                Интернет селтәрендә башҡорт телендә конкурстар, флешмобтар, көнүҙәк темаларға уйындар ойоштороу.

                Башҡорт телендә видеоканалдар, интернет-контент булдырыу, мәктәп, район кимәлендә балалар өсөн иң яҡшы башҡортса видеоблог конкурсы ойоштороу.

                #интерактив

                Март,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – ғаилә теле

                «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» район (ҡала) конкурсын ойоштороу.

                #ғаилә

                Апрель,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – әсә теле

                Саралар 3 кимәлдә үткәрелә:

                1.Балалар баҡсалары.

                2.Мәктәптәр.

                3.Урта махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары.

                #әсә

                Май,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – еңеүселәр теле

                #9май

                Июнь,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – халыҡ теле

                Фольклор үҙ эсенә күп төрлө жанрҙарҙы ала: әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йырҙар, йомаҡтар, һанашмаҡтар, һынамыштар һ.б. Фольклорҙы өйрәнеү төбәктә йәшәүсе халыҡтың традициялары, мәҙәниәте, тарихы, тормош-көнкүреше тураһында белешмә бирә. Тел өйрәнеүҙең иң емешле ысулы тип һанала (айырыуса балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә).

                #фольклор

                Июль,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле

                Халыҡ тарафынан туған тел әүҙем ҡулланылһын өсөн мауыҡтырғыс даирә булдырыу. Башҡорт телен белеү эшлекле файҙа килтерергә тейеш.

                #дуҫлыҡ

                Август,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – юлдаш теле

                #юлдаш

                Сентябрь, 2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – ижад теле

                #ижад

                Октябрь,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – тарих теле

                #тарих

                Ноябрь,

                2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – моңло тел

                Музыка – ул тел атмосфераһына сумыу сараһы, телде төрлө урында өйрәнеү мөмкинлеге бирә.

                #музыка

                Декабрь, 2020 й.

                (йыл дауамында)

                Башҡорт теле – рух теле

                Йомғаҡ яһау

                #рух

                4.2. Муниципаль район һәм ҡала округтары йүнәлештәр һәм темалар йөкмәткеһен һаҡлап, саралар форматын үҙгәртергә, үҙ проекттарын ойошторорға хоҡуҡлы. Тематик йүнәлештәр буйынса сараларҙы 2020 йыл дауамында үткәрергә тәҡдим ителә.

                4.3. Башҡорт теле йылын ойоштороу буйынса муниципаль район һәм ҡала округтарының Положениеһына ярашлы, муниципаль район һәм ҡала округтары районда (ҡалала) Башҡорт теле йылына үҙ аллы йомғаҡ яһай, район конкурстарында, сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләй.

                4.4. Республика һәм төбәк-ара кимәлдәге саралар айырым Положениеларға ярашлы үткәрелә.

                Читайте нас: