Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2020, 21:55

АТАЙ, ӘСӘЙ ҺӘМ МИН – СПОРТ ҺӨЙӨҮСЕ ҒАИЛӘ!

1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башланғыс кластары Ғаилә шәмбеһен ошондай исем аҫтында уҙғарҙы.Уҡытыусылар сараға балаларҙы ата-әсәләре менән бергә саҡырҙы. “Унда мәктәптең 1 – 4-се класс уҡыусылары ата-әсәләре менән ҡатнашты. Ғаиләләр командаларға бүленеп, үҙ-ара ярышты, күңелле уйындар уйнаны”, – тип беҙгә хәбәр итте башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйлә Сәмиғуллина.

1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башланғыс кластары Ғаилә шәмбеһен ошондай исем аҫтында уҙғарҙы. Уҡытыусылар сараға балаларҙы ата-әсәләре менән бергә саҡырҙы.
“Унда мәктәптең 1 – 4-се класс уҡыусылары ата-әсәләре менән ҡатнашты. Ғаиләләр командаларға бүленеп, үҙ-ара ярышты, күңелле уйындар уйнаны”, – тип беҙгә хәбәр итте башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйлә Сәмиғуллина.
Һөҙөмтәлә 1-се урынды Ҡушаевтар, Мөхәмәтйәновтар һәм Хәмиҙуллиндар ғаиләләре яуланы. 2-се урынды Айҙашевтар, Вәлиевтар, Кулейкиндар алһа, 3-сө урынға Ҡунаевтар, Цепиловтар, Йосоповтар сыҡты. Сарала ҡатнашыусыларға грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, былтыр мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеп, шәмбе көндө уҡыусылар ял итә башланы. Ҡышҡы каникул алдынан 1-се Малаяҙ урта мәктәбе балалары ата-әсәләре менән бергә ялды шулай файҙалы үткәрҙе.

Айҙар САМАТОВ.

Л. Сәмиғуллина фотоһы.

Читайте нас: