Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2019, 20:40

“Башҡорт телен яратабыҙ!”

Малаяҙ башҡорт гимназияһында бөгөн Башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтте. Уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләне, бөйөк шағир, билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында видеофильм ҡараны. 3-сө класс уҡыусылары милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа эшләп килтергәйне. Милли ризыҡтарҙан бауырһаҡ, музыка ҡоралдарынан ҡурай ҙа булды. Уҡыусылар был сарала туған телебеҙҙән илһам алып, милли рух тойғоһо кисерҙе.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында бөгөн Башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтте.
Уҡытыусылар Ирина Фәхриева һәм Гүзәл Ноғаманова етәкселегендәге башланғыс кластарҙа иһә класс сәғәттәре булды. Уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләне, бөйөк шағир, билдәле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында видеофильм ҡараны. 3-сө класс уҡыусылары милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа эшләп килтергәйне. Милли ризыҡтарҙан бауырһаҡ, музыка ҡоралдарынан ҡурай ҙа булды. Уҡыусылар был сарала туған телебеҙҙән илһам алып, милли рух тойғоһо кисерҙе.
Башҡорт теле көнө Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә ҡарата 14 декабрҙә билдәләнә. Быйыл ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән нығытылды.

Айҙар САМАТОВ.

Читайте нас: