Искәндәр Абрар улы Миһранов Мәхмүт ауылында донъяға килә. Арҡауыл урта мәктәбен, БДУ-ның тарих факуль тетын тамам лағандан һуң үҙе уҡыған мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә ҡайта һәм бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға, директорлыҡ һәм тәрбиә эшенә бағышлай.
Тәрән белемле тарих сы, ялҡынлы педагог Искәндәр Абрар улы балаларға фән серҙәрен төшөндөрөү генә түгел, үҙҙәрен уратып алған донъяны бөтә яҡлап та мөмкин тиклем тәрән белергә өйрәтә. Айырыуса уларҙың иғтибарын сәнғәт өлкәһенә, тәбиғәтте ҡурсалауға, тирә-йүндәге барлыҡ ер-һыу атамаларын белеүгә, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең тормошона битараф булмауға йүнәлтә. Шул маҡсаттан сығып, мәктәптә ҡурай түңәрәге ойоштора, музей булдыра, үҙе лә, башҡорт халыҡ көйҙәрен өҙҙөрөп йырлау менән бергә, уҡыусыларҙы художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәренә йәлеп итә, шулай уҡ ул оҫта скрипкасы ла. Шул уҡ ваҡытта район һәм республика матбуғатына даими яҙышып торорға, бөйөк Айҙар Байыҡ сәсән ижадын йыйыу, уны пропагандалау менән шөғөлләнергә, күренекле яҡташтары тураһында китаптар яҙырға ла ваҡыт таба. Уның емешле хеҙмәте район, республика етәкселеге тарафынан юғары баһаланып, ул төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
Башҡортостан Республикаһының атҡа ҙанған уҡытыусыһы, ете китап авторы Искәндәр Миһрановтың “Бөркөтоя осорған бөркөттәр” китабынан (2017 йыл) өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
...“Миңә ҡалһа, минең үҙ яҙмышым үҙем өсөн генә ҡәҙерле, үҙемдең яҙмышым үҙем өсөн генә аяныслы, үҙем өсөн генә яҡын, сөнки мин яҙмышым өсөн дә, шатлыҡ-ҡайғыларым өсөн дә бер кемде лә ғәйепләмәйем. Һәр саҡ үҙ яҙмышымды, аңыма керә башлағас уҡ, үҙем хәл иттем. Минең быуын малайҙары, егеттәре һәр беребеҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ терәк-таяныс булып үҫтек. Атай ҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк бул ғас, тормош юлын үҙебеҙгә һайларға тура килде… Минең берҙән-бер таянысым һәм ҡурсалаусым, берҙән-бер ышанысым инәйем мәрхүм булды. Ул мине бәләкәйҙән ҡурсаламаһа, йәлләмәһә, яратмаһа – минән бер йүнле әҙәм дә сыҡмаҫ ине…
Мин кесе йәштән үк зәғиф инем, уң аяғыма баҫа алманым. Йәшем тулыр-тулмаҫтан аяҡҡа баҫып, туптай һикереп торған, атайыма, инәйемә ҡаршы йүгереп килеп, ҡосаҡлап алған малайҙың, ҡапылдан урынында ла баҫып тора алмай, тәкмәсләп китеүе атайымды ла, инәйемде лә шаңҡытып ҡайғыға һалған.
Атайым 1941 йылдың июнь аҙағында ауылда беренселәрҙән булып, ауыр уйҙар солғанышында бәхилләшеп, һуғышҡа киткән. Уның хушлашҡандағы йырын йырлағанда күҙҙәремә йәш тула, тамашасыларым да илай.
... Атайымдың һуңғы һүҙҙәрен әсәйем һәр саҡ әйтә торғайны: “Искәндәрҙе ҡарарға тырышығыҙ инде, уҡытырға тырышығыҙ, башлы ғына малайға оҡшаған”, – тиер булған...
... Уҡырға 9 йәштә керҙем. Башланғыс мәктәп үҙебеҙҙең Мәхмүт ауылында булды. 1952 – 53 уҡыу йылында Арҡауыл урта мәктәбенә 5-се класҡа уҡырға килдем. Алдыма гел генә ауыр проблемалар килеп сыға торҙо.
... Әпәкәй мәсьәләһе 56-сы йылдарға саҡлы ҡырҡа торҙо. 50-се йылдарҙың икенсе яртыһында арыш онон дәүләт складынан үгәй атайым эшләпәһенә һалып алып ҡайта ине. Арыш әпәкәйе ашай башланыҡ. Зәғифлегем арҡаһында ниҙәр генә ишетмәнем, үҙ-үҙемде йыуатып, ярар, мин дә кеше булырмын әле, тип ҡуя инем…
...Колхоз-совхоздар үҙгәрештәр кисергән осорҙа мин Өфөгә барып, аяғыма операция яһатып, 3-сө төркөм инвалидлыҡ танытмаһы алып, уҡырға ентекле әҙерләнеп, 1960 йылдың йәйендә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керҙем”...
Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА.