Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2019, 12:35

КЕМ УҘҘЫРЫР?

КЕМ УҘҘЫРЫР? Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән #Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы дауам итә. Әленән-әле беҙҙең илдә генә түгел, ә донъяның төрлө төбәктәрендә төшөрөлгән видеолар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә сығыш тора. Ә һеҙгә ниндәй бейеү нығыраҡ оҡшаны?


Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән #Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы дауам итә. Әленән-әле илдең генә түгел, ә донъяның төрлө төбәктәрендә төшөрөлгән видеолар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә сығыш тора.


#Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы быйыл сентябрь айында башланды. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортбейеүенбашҡарам, #башҡортбейеүенөйрәнәм хештегтары менән интернетҡа һалырға кәрәк. Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне.
Читайте нас: