Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2019, 12:18

"Һеңлекәш"те нисек төшөргәндәр?

"Һеңлекәш" фильмы нисек төшөрөлгән?

Фильм Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов етәкселегендә декораторҙар 1940 йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. Фильмдың режиссеры — танылған актер һәм режиссер Александр Галибин.


Фильмда төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин (Йәмил) менән 9 йәшлек Марта Тимофеева (Оксана) бик оҫта башҡарҙы. Арыҫлан беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса — ысын йондоҙ. Марта Тимофееваның иҫәбендә кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эше бар. «Һеңлекәш»тә төшөү өсөн Мартаға башҡорт телен өйрәнергә тура килгән.

«Һеңлекәш» фильмы — башҡорт, украин һәм рус телдәрендә төшөрөлгән.
Читайте нас: