Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Октябрь 2019, 18:44

“Беҙ – наркотиктарға ҡаршы!”

Мәктәптәрҙә һәр шәмбе ата-әсәләр менән бер лектә нин дәйҙер темаға бәйле сара үткәрелә.

Мәктәптәрҙә һәр шәмбе ата-әсәләр менән бер лектә нин дәйҙер темаға бәйле сара үт кәрелә.

“Беҙ – нар котиктарға ҡар шы!” тигән те маға Малаяҙ башҡорт гим назияһының 6-сы “Б” класы ата-әсәләр менән берлектә әңгәмә ойошторҙо. Балалар дәрес кә етди әҙерләнеп килгәйне, наркоманияға ҡаршы эшләнгән плакаттар, докладтар, йырҙар булды. Наркоманияның зыяны, дөрөҫ туҡланыу һәм көн режимы тураһында Эльза, Рөстәм Вәлиевтар, Диләрә Низамова, Регина Ғилметдинова һөйләне. Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Олег Сергеев спорттың бала сәләмәтлегенә файҙалы булыуын аңлатып, ата-әсәләргә кәңәштәр һәм тәҡдимдәр бирҙе. Гимназияла ниндәй спорт түңәрәктәре эшләгәне һәм башҡа саралар тураһында директор урынбаҫары Фәнүзә Гәрәева еткерҙе.

Уҡыусылар дөрөҫ туҡланыу тураһында фәһемле тамаша ла ҡуйҙы. Һуңынан уйын аша уны нығытты.

Ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа саранан ҡәнәғәт булып таралышты, унда ата-әсәләр күберәк ҡатнашһа, яҡшыраҡ булыр ине.
Читайте нас: