Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Октябрь 2019, 14:23

Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Фәндәр академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны “тауышһыҙ” режимға күсерергә кәңәш бирә. Тыйыу ҡәтғи түгел, ҡарарҙы мәктәп ҡабул итә. Сикләү һаулыҡ торошо буйынса телефонға мохтаж балаларға, шулай уҡ уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҡағылмай.


Республиканың бер нисә мәктәптәрендә был методик тәҡдимдәргә таянып, уҡыусыларға белем биреү учреждениеларына телефондар килтереүҙе тыйҙы. Ә беҙҙең район мәктәптәрендә нисек икән? Район мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова :

- Кеҫә телефондарының һаулыҡҡа зыянлы булыуын һәр кем белә. Шунда уҡ балалар телефондарҙы мәктәпкә килтереп, уҡыу процесынан бик ныҡ албырғай, иғтибарын туплай алмай. Әлбиттә, дәрес ваҡытында кеҫә телефоны менән ҡулланыу тыйыла. Әммә смартфондарҙы мәктәпкә килтереүҙе тыйырға беҙҙең хоҡуғыбыҙ юҡ. Был аҙым ата-әсәләр менән бергә кәңәшләшеп эшләнергә тейеш. Был йүнәлештә райондың мәғариф бүлеге лә, мәктәп директорҙары ла эшләй, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында аңлатыу эше алып барыла.

-----------------------


Министерство просвещения РФ предлагает законодательно ограничить использование в школах смартфонов и других цифровых устройств.
Как пишет газета «Известия» , в ведомстве считают, что эта мера сделает эффективней образовательный процесс.

Результаты социологического опроса говорят о том, что большинство родителей предложение поддерживают.

Исключение сделают только для тех детей, которые постоянно пользуются цифровыми устройствами по состоянию здоровья, например, страдающим диабетом.
Начальник отдела образования Салаватского района Альфия Каримова:

- Для современных детей и их родителей мобильный телефон является необходимым элементом жизни. Мы уже не представляем себя без мобильного телефона. Дети, как и взрослые, сегодня зависимы от телефонов и интернета. Гаджеты так или иначе постоянно отвлекают их, что негативно сказывается на учебном процессе.

Мы не можем запретить детям в принципе приходить в школу с телефонами. Мы можем лишь запретить их использование во время занятий. Значит, необходима какая-то система сбора, хранения и выдачи гаджетов. К такому решению мы должны прийти вместе с родителями.
Читайте нас: