Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2019, 02:27

Гимназия уҡытыусыһы – Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Наталья СЕРГЕЕВА ла бар. Тулыраҡ – САЙТТА.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Наталья СЕРГЕЕВА ла бар.
Гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Сергеева, 2019 йылдағы педагогик эшмәкәрлек буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булараҡ, сертификатҡа лайыҡ булды. Был һөнәри конкурсты йыл һайын Рәсәй Мәғариф министрлығы ойоштора.
Наталья Леонидовнаны юғары уңыштарға ирешеүе менән ҡотлайбыҙ!
_____________________
Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров в преддверии Дня учителя вручил государственные награды. Среди награжденных есть и учитель Малоязовской башкирской гимназии Наталья СЕРГЕЕВА.
Учитель русского языка и литературы башкирской гимназии Наталья Сергеева получила из рук руководителя республики сертификат, как победительница всероссийского конкурса за достижения в педагогической деятельности в 2019 году, организованного Министерством просвещения России.
Поздравляем Наталью Леонидовну с высокими достижениями!