Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2019, 13:36

Ике ауыл балалары бер мәктәптә уҡый

Урмансы төп мәктәбендә быйыл ике ауылдан бөтәһе 120-нән ашыу бала уҡыясаҡ. Ауылдан – 42, күрше Лаҡлы ауылынан – 79 уҡыусы. Лаҡлыла мәктәп бинаһы әле һүтелә. Ни өсөн? Тулыраҡ – САЙТТА.

Урмансы төп мәктәбендә быйыл ике ауылдан бөтәһе 120-нән ашыу бала уҡыясаҡ. Ауылдан – 42, күрше Лаҡлы ауылынан – 79 уҡыусы.
Белем көнө лә ошо мәктәптә үтте. Тантаналы линейкала уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, педагогик хеҙмәт ветерандарын, ата-әсәләрҙе “Йүрүҙән” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Ноғаманов, район мәғариф бүлеге вәкиле Резеда Нәсибуллина, ауыл хакимиәте башлығы Зилә Әғзәмова, Лаҡлы мәктәбе директоры Зөлфиә Хәйруллина байрам менән ҡотланы һәм яңы уҡыу йылында уңыштар теләне. Ата-әсәләрҙән Фәнил Шәймырҙин үҙенең ғаиләһе исеменән мәктәпкә туптар бүләк итте.

Урындағы төп һәм Лаҡлы урта мәктәптәренең башланғыс кластар уҡытыусылары Айгөл Шәймырҙина һәм Гөлназ Мөхөтдинова беренсе класҡа дүртәр бала ҡабул итте.
Ә Лаҡлыла иһә иҫке мәктәп бинаһы һүтелә. Урынына ике ҡатлы өр-яңы белем биреү комплексы төҙөләсәк. Проектҡа ярашлы, 80 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ. Төҙөлөш эштәре быйыл башланып, объект киләһе йылға файҙаланыуға ташырылыр, тип күҙаллана.
Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш мәлендә Лаҡлы мәктәбенең 79 уҡыусыһы ваҡытлыса Урмансы ауылына автобус менән йөрөтөләсәк. Уҡытыу ике сменала ойоштороласаҡ. Шулай уҡ педколлектив та унда эшләп торасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Урмансы төп мәктәбе Лаҡлы урта мәктәбенең филиалы булып тора. Ике ауылдың балалары сменалап уҡытылһа ла, ҡыйынлыҡтар булмаҫҡа тейеш. Урмансылағы ике ҡатлы мәктәптә бар уңайлыҡтар бар. Лаҡлы урта мәктәбе директоры Зөлфиә Хәйруллинаның һөйләүенсә, бындағы белем усағының, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, тиҙҙән спорт залының тәҙрәләре алмаштырыласаҡ (мәктәптеке былтыр яңыртылғайны), эскә йылы бәҙрәфтәр эшләнгән, мәктәп ҡаҙанлығын газ менән йылытыуға күсереү мәсьәләһе лә хәл ителә.


Читайте нас: