Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август 2019, 10:10

Уҡытыусыларға - 600 мең һумлыҡ грант

Ауыл уҡытыусыларына 600 мең һумлыҡ грант бирелә. Салауат районынан был грантҡа кемдәр дәғүә итә?Тулыраҡ сайтта: #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылдың 1 июленән ауыл уҡытыусыларына 600 мең һумлыҡ 100 грант тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

БР Мәғариф министрлығы ошоға бәйле конкурс иғлан итте. "Мәғариф" милли проектына ярашлы, грант алыуға конкурста 35 йәшкә тиклемге, Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәм Башҡортостанда даими йәшәгән, мәғариф системаһында, ауыл мәктәбендә ике йылдан күберәк эшләгән педагогтар көсөн һынай ала.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы быйыл грантта ҡатнашыусылар өсөн ғаризаларҙы 1 августҡа тиклем ҡабул итте. Салауат районынан иһә Янғантау урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Борханова һәм Мәсетле мәктәбенән Альбина Ниғәмәтова был конкурста көсөн һынап ҡарар өсөн документтарын да тапшырған. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: