"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылырға тейешле мәсьәләләрҙең береһе – мәктәптәрҙе заманса йыһаздар менән тәьмин итеү. 12 коррекция мәктәбенә яңы йыһаздар алыу өсөн 50 миллион һумдан күберәк аҡса бирелә. Был мәктәптәрҙә һаулыҡтары сикле балалар уҡый. Төбәктең мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, унда 2,5 мең уҡыусы белем ала.
Бүленгән аҡса матди-техник базаны яңыртыуға тотоноласаҡ. Хеҙмәт оҫтаханалары, педагог-психолог, дефектолог, логопед бүлмәләре, диагностикалау комплектары өсөн ҡорамалдар һатып алырға мөмкин буласаҡ.
"Мәғариф" милли проектының бюджеты – 784,5 миллиард һум.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.