Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2019, 14:36

Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә яҙам

#Башҡорт_теленән_халыҡара_диктант #Йүрүҙән_гәзитеИртәгә барыбыҙ ҙа башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахманова хәбәр итеүенсә, Салауат районында база мәктәптәре нигеҙендә 11 диктант яҙыу майҙансығы төҙөлгән. Диктантты район етәкселәре лә яҙасаҡ. Һәр теләгән кеше уны мәктәпкә барып яҙа аласаҡ. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм теркәлеү тәртибе менән bashkdictant.ru сайтында танышырға мөмкин.

Иртәгә, 18 майҙа, барыбыҙ ҙа башҡорт теленән диктант яҙабыҙ.


Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахманова хәбәр итеүенсә, Салауат районында база мәктәптәре нигеҙендә 11 диктант яҙыу майҙансығы төҙөлгән. Диктантты район етәкселәре лә яҙасаҡ. Һәр теләгән кеше уны мәктәпкә барып яҙа аласаҡ.


Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм теркәлеү тәртибе менән bashkdictant.ru сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: