Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2019, 12:57

Иң яҡшы класс етәкселәре – Лағырҙа һәм гимназияла

“Иң яҡшы класс етәксеһе” уҡытыу­сыларҙың район кон­курсы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Малаяҙ башҡорт гим­назияһында ошо бәй­гелә еңеүселәрҙе ҡот­лау тантанаһы булды.

Конкурста 12 уҡытыусы-класс етәксеһе ҡатнашты: Анфиса Ғәй­фуллина (Миәшәгәр мәктәбе), Рәзифә Вәлиева (Лағыр), Гөлшат Гала­нова (Янғантау), Гөлсинә Ишмө­хә­мә­това (Таймый), Ләйлә Сәмиғуллина (1-се Малаяҙ), Алгиза Хәйретдинова (Тирмән), Альмира Ғәзимова (Мөрсәлим), Рәйзәнә Солтанова (Тирмән), Гөлназ Басирова (Торналы), Лилиә Иҙрисова (Арҡауыл), Айгөл Нотфуллина (Янғантау), Гөлшат Хужина (гимназия). Башланғыс һәм өлкән класс етәкселәре араһында еңеүселәрҙе айырым билдәләнеләр.

Шулай итеп, башланғыс кластар араһында иң яҡшыһы булып Лағыр урта мәктәбенең 4-се класс етәксеһе Рәзифә Вәлиева танылды. Өлкән кластар араһында Малаяҙ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлшат Хужина еңде. Ул етәкләгән 7-се класс уҡыусылары барыһы ла әүҙемдәр, һәр төрлө түңәрәктәргә йөрөп, уңыштарға ирешә. Гөлшат Ринат ҡыҙы – 2015 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе лә.
Читайте нас: