Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Апрель 2019, 14:17

Башҡорт теле уҡытыусылары съезға бара

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы башланды.

Беҙҙең райондан был сараға мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина етәкселегендә делегация бара. Атап әйткәндә, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Люциә Ғабдрахманова, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры Владислав Килдейәров, Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов, Арҡауыл, 1-се Малаяҙ, Мәсетле, Янғантау мәктәптәренән башҡорт теле уҡытыусылары Лилиә Иҙрисова, Гөлнур Байрамғолова, Альбина Ниғәмәтова, Алия Ишбулдина, Арҡауыл балалар баҡсаһы мөдире Лиана Ғәлиуллина съезда ҡатнашасаҡ. Сара республиканың 100 йыллығына арнала. Унда ҡатнашыусылар телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен ҡараясаҡ.
Читайте нас: