Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2019, 13:46

Ауыл уҡытыусыларын нимә борсой?

Радий ХӘБИРОВҡа мәғариф форумында ауыл уҡытыусыларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәге ташламаның күләмен арттырыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттеләр. Ул 2011 йылдан бирле индексацияланмаған. Шулай уҡ уҡытыусыларҙы ер, уҡыусылар һанына ҡарап финаслау мәсьәләләре лә борсой.

Борайҙың 2-се гимназияһы директоры Алик Усаев республика етәксеһе Радий Хәбировҡа “Ауыл уҡытыусыһы” проектын индергәне өсөн рәхмәт әйтте. Программаның тағы ла уңышлыраҡ эшләп китеүе өсөн ер участкаһы ла биреү кәрәк, йәш белгес унда йорт төҙөй алыр ине тигән фекерҙә директор.

“Тағы ла бер нисә осраҡ буйынса һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, – тине ул. – Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәге ташламаны индексациялау. Ул 2011 йылдан үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Шулай уҡ уҡыусылар иҫәбенә ҡарап финанслау күләме арттырылһын ине. Бының менән бергә, билдәле булыуынса, уҡытыусыларҙың эш хаҡына бәйле мәсьәлә хәл ителәсәк”.

“Муниципалитет етәкселәренең ер биреү йәһәтенән бурыстары күп, улар, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә, табиптарға участкалар бүлергә тейеш. Был ҡарар ғына булып ҡалмаһын, ә ысынлап та эшләһен өсөн юлдарын уйлайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Ер беҙҙә күп, әммә төҙөлөш өсөн файҙаланып булмағандары бар. Ә ташламаны индексациялау һәм йән башына финанслауға килгәндә, республиканың Финанс министрлығында бюджеттың әлеге мөмкинлектәрен ҡарарҙар. Әлбиттә, барығыҙҙың да яҡшы йәшәүен теләйбеҙ. Ауыл мәктәптәренә ярҙам итәсәкбеҙ”.

Читайте нас: