Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2019, 00:43

"Үргә ос!" проекты оло тормошҡа әҙерләй

1 сентябрҙән Башҡортостанда "Үргә ос!" ("Взлетай!") яңы мәғариф проекты эшләй башлай. Был юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләү өсөн кәрәк. Унда бына ниндәй модулдәр бар:

1 сентябрҙән Башҡортостанда "Үргә ос!" ("Взлетай!") яңы мәғариф проекты эшләй башлай. Был юғары класс уҡыусыларын өлкәндәр тормошона әҙерләү өсөн кәрәк.


Унда бына ниндәй модулдәр бар:


- «Рулгә ултыр». Танытманы мәктәптә үк алырға мөмкин.


- «Дөрөҫ туҡлан». Уҡыусыларҙы сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәтеү өсөн уларға диетик аҙыҡтар менән махсус меню төҙөлдө.


- «Иркен һөйләш». Уҡыусыларҙы инглизсә һөйләшергә өйрәтәләр. Грамматикаға һәм орфографияға ғына түгел, ә тап ошо телдә аралашырға.


- «Спорт менән дуҫ бул». Уҡыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә уйлайҙар.


- «Сәләмәт йылмайыу». Барлыҡ ҙур мәктәптәрҙә (800-ҙән ашыу уҡыусы) стоматология кабинеттарын асалар. Бәләкәйерәк мәктәп уҡыусылары стоматологка график буйынса йөрөргә тейеш.


- «Шахмат уйна». Балаларҙың аҡыл һәләтен һәм логик фекерләүен үҫтереү өсөн.


- «Бейе». Был модуль уҡыусыларға классик бейеүҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Бигерәк тә вальсты. Ниндәй сығарылыш кисәһе вальсһыҙ үтһен инде, шулаймы?


Бынан тыш, "Үргә ос!" проекты ғаиләне, тыуған яҡты, милли традицияларҙы, мәҙәниәтте өйрәнеү дәрестәрен, милли спорт төрҙәренә, робот техникаһына һәм IT-технологияларға ылыҡтырыуҙы үҙ эсенә ала.


Пилот этабында республика Мәғариф министрлығы 10-11 мәктәпте һайлап алып, уларҙа күләмле проектты һынай башлай.
Читайте нас: