Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2019, 14:56

Алдынғы уҡытыусылар һәм китапханасылар бүләкләнде

Янғантау урта мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы – 2018” һәм “Иң яҡшы мәктәп китапханаһы - 2018” район конкурстарының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.


“Йыл уҡытыусыһы” конкурсы мәғариф системаһында иң әһәмиәтле социаль проекттарҙың береһе. Алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсаттарын алған конкурс заман менән бергә атлаусы, яңыса фекерләүсе һәләтле педагогтарҙы асыҡларға ярҙам итә. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 7 уҡытыусы ҡатнашты. Конкурс барышында педагогтар федераль мәғариф стандарттарына ярашлы дәрестәр күрһәтте, дәресте анализланы, “Мин-уҡытыусы” эссеһын яҡланы һәм ижади мастер-класс менән сығыш яһаны.

Бүләкләү тантанаһында сәхнә түренә өлгөлө, абруйлы уҡытыусылар һәм китапханасылар күтәрелде. Тамашасылар уларҙы алҡышлап ҡаршы алды. Торналынан Гөлнара Ғәзимова - “Йөрәгемде балаларға бирәм”, Йыланыштан Татьяна Федорова – “Белем биреү заманса ҡоролмаларҙы уңышлы ҡулланыу”, ә Арҡауылдан Ләйсән Хафизова “Ижади осош” номинацияһында еңеүсе булды. Бәйгенең финалистары Мөрсәлимдән Ольга Санникова, Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Миләүшә Садиҡова, Янғантауҙан Таһир Зарипов һәм 1-се Малаяҙ мәктәбенән Әлфиә Кәримованы тәбрикләп, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтллина уларға Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр тапшырҙы. “Йыл уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә Таһир Зарипов лайыҡ булһа, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018” тип Әлфиә Кәримова иғлан ителде. Улар Салауат районының данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Тантананы концерт номерҙары биҙәне. Директорҙар, уҡытыусылар коллегаларын ҡотлап сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.

Республикала китапхана эшен үҫтереү, мәктәп китапханасы һөнәренең баһаһын күтәреү, һәләтле, ижадсан һәм яңыса эшләргә теләгән мәктәп китапханасыларын табыу, уларҙың алдынғы тәжрибәһен таратыу маҡсатында 2008 йылдан алып “Иң яҡшы мәктәп китапханаһы” конкурсы уҙғарылып килә.

Был бәйге рухи, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса район китапханаларының ижади башланғыстарын үҫтереүгә, яңы мәғлүмәти хеҙмәтләндереүҙәр индереүгә һәм халыҡҡа мәғлүмәти – китапхана хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Конкурста районыбыҙҙың өс китапханасыһы һынау тотто. Улар портфолио әҙерләне, һәм китапхана эше тураһында презентация күрһәтте. Әлкәнән Ильвира Заһиҙуллина , Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Люциә Яндурина , Янғантауҙан Эльза Мөфтиева төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды.
Читайте нас: