Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2018, 13:17

Фән юлына тәүге аҙымдар

Малаяҙ башҡорт гимназияһында Бәләкәй фән­дәр акаде­мияһы сик­тәрендә ойош­торолған уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында Бәләкәй фән­дәр акаде­мияһы сик­тәрендә ойош­торолған уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Район мәктәптәренән килгән уҡыусылар төр­лө темаларға сығыш яһап, үҙҙәрен яҡшы тикшеренеүсе, оҫта оратор итеп танытты. Әлбиттә, балаларҙы был конкурсҡа әҙерләүҙә тәжрибәле педагогтар, ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе.
Жюри ағзалары балаларҙың эштәрен төрлө секцияларҙа тыңланы. Мәҫәлән, башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте секцияһында Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Айвар Кирханов – үҙенең олатаһы, ә Лағырҙан Ислам Тәфҡәлүнов Шәрәк ауылының ер-һыу атамалары тураһында бәйән итте. Янғантауҙан Гүзәл Ғайнанова үҙенең шөғөлө – бейеү тураһында һөйләне. Әлкә мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Вәлиуллин уҡытыусылар династияһы менән таныштырҙы. Уҡыусылар сығыштарын презентация менән байытты, темаларына тура килтереп шиғыр һөйләп, йырлап, бейеп тә күрһәтте. Балаларҙың матур сығыштарын жюри ағзаларына ла баһалау еңел булмағандыр.
Шулай итеп, төрлө номинацияларҙа 1-се Малаяҙ мәктәбенән Аделина Хизбуллина, Уралия Таһирова, Артур Хәсәнов, Рената Вәлиева, Гөлнәзирә Юлдашбаева, Торналынан Рида Садиҡова, София Сәйетғәлина, Диана Резяпова, Камила Әхмәтйәнова, Милена Вәсилова, Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Александр Чернышев, Илшат Ғилманов, Айлина Сәфәрғәлина, Ариана Байбурина, Дарина Шиһапова, Айвар Кирханов, Эльнар Фәхриев, Элина Ғөбәйҙуллина, Илнур Имаев, Эмилия Ҡазиханова, Арҡауылдан Тимур Ғәзизов, Янғантауҙан Алина Тарханова, Лағырҙан Ангелина Хәкимова, Айгөл Исламғазина, Илмира Ғәйнитова, Әлкәнән Иҙел Ямалетдинов, Таймыйҙан Динар Дусов, Мөрсәлимдән Никита Сгибнер, Аделина Аҙналина, Ахундан Сөмбөл Ханова еңеүсе булды.
Читайте нас: