Тәүҙә элекке сығарылыш уҡыусылары мәктәп буйынса сәйәхәт ҡылды, мәктәп музейын ҡараны, был тиклем ыңғай үҙгәрештәргә кинәнде.
Юбилей сараһының икенсе өлөшө район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айгиз Әхмәтйәнов, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Сафура Ғәлина ҡотларға килгәйне. Мәктәптә оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Фларид Баймөхәмәтов, шунда уҡ 17 йыл завуч булған Рәүфә Сәйетғәлина, 1954 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Энгель Зәйнетдинов иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Төрлө йылдар сығарылыш уҡыусылары Индира Зиннәтуллина, Лилиза Сафина, Роберт Хәмитов, Илфат Ямалыев үҙҙәренең музыкаль күстәнәстәрен килтергәйне. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары ла дәртле бейеүҙәрен, моңло йырҙарын бүләк итте.
1975 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, бөгөн “Янғантау” геопаркы директоры, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Совет секретары Андрей Сергеев хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырҙы.
Шулай уҡ мәктәп директоры Әлфиә Кәримова белем усағының тормошо, бөгөнгө хәле хаҡында һөйләне.
Энгель Әхмәт улы Зәйнетдинов, 1954 йылғы сығарылыш уҡыусыһы:
– Заманында ата-әсәйем дә был мәктәптә эшләгән. Атайым Ҡәйүм Зәйнетдинов – тәүге директорҙарҙың береһе. Шулай уҡ Зәйнетдиновтарҙың биш балаһы ла ошо мәктәпте тамамлап, барыһы ла юғары белемле уҡытыусылар булып киткән. Тик миңә генә юғары белемле нефтсе булырға яҙҙы. Өфө нефть институтын тамамлап, 40 йыл ошо өлкәлә хеҙмәт иттем. Ғүмерем буйы журналистика менән шөғөлләндем, 20-ләп нефть тармағына арналған китап яҙҙым. “Башҡорт нефте” исемле тәүге тарихи энциклопедик йыйынтыҡ сығарҙым. Ошо мәктәптә уҡыуым менән сикһеҙ ғорурланам.