Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ноябрь 2018, 14:23

Мәктәп – ул тормош башланғысы, Мәктәп – ул тарих һәм хәтер...

Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәре, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ. Мәктәп тарихын уҡытыусылар, уның уҡыусылары яҙа. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, үҙенең даны менән Рәсәйгә билдәле булған белем усағы ошо көндәрҙә 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Рәхим итегеҙ, хуш килдегеҙ!” тип ҡаршылайҙар тыуған мәктәбен һағынып ҡайтыусы һәр уҡыусыһын 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә.

Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, яратҡан мауыҡтырғыс дәрестәре, күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, конкурстар, сәйәхәттәр – шаулы мәктәп йылдары үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып торасаҡ.
Мәктәп тарихын уҡытыусылар, уның уҡыусылары яҙа. Күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, үҙенең даны менән Рәсәйгә билдәле булған белем усағы ошо көндәрҙә 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Рәхим итегеҙ, хуш килдегеҙ!” тип ҡаршылайҙар тыуған мәктәбен һағынып ҡайтыусы һәр уҡыусыһын 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә.
1938 йылда Михайловка ете йыллыҡ мәктәбе нигеҙендә Ҡаратаулы урта мәктәбе асыла. Шул көндәрҙән башлап Малаяҙ урта мәктәбенең данлы тарихы башлана ла инде. Мәктәптең тәүге директоры Ғилметдин Хәйретдин улы Шәйхисламов булған.
80 йыл эсендә ошо күркәм белем биреү учреждениеһында үҙенең һөнәренә тоғро һәм талантлы уҡытыусылар балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һала. Т. Бохараева, З. Баландина, К. Ғәлимов, К. Моталипов, А. Зуев, Г. Кәримова, С. Ниғмәтуллина, Н. Мамлеева, Д. Сөнәғәтуллина, Н. Еникеева, М. Рьянов, И. Платонов, М. Сурағолова, З. Вәлиева, Д. Садиҡова, Ф. Ғәлиуллина, Н. Вәлиева, А. Әхмәтшиналарҙың исемдәрен мәктәп тарихына алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ.
Дәһшәтле һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла Малаяҙ урта мәктәбе белем һәм тәрбиә усағы булып ҡалды.
1945 йылдан мәктәп коллективын фронтовик Мөхибулла Зәйнулла улы Хәлилов етәкләй. Фронттан ҡайтҡан уҡытыусылар Ф. Шаһапов, Ғ. Ғәлиев, йәш уҡытыусылар М. Кузнецова, С. Сөнә­ғә­туллина, Н. Зиннурова, С. Ниғмәтуллина ең һыҙғанып эшкә тотона. Ошо йылдарҙа инде районда беренсе тапҡыр рус класы асыла. Ә 50-се йылдарҙа мәктәпкә юғары белем алып, үҙенең сығарылыш уҡыусылары: М. Әйүпов, П. Мурзин, Ш. Зиязетдинов, Ф. Ялалов, Х. Исмәғилев, К. Чванов, И. Митюшин, А. Хәлиловтар ҡайта. Был йылдарҙа педагогик коллективты Әхмәт Ҡәйүм улы Зәйнетдинов етәкләй.
40 – 60-сы йылдарҙа мәктәпте тамам­ла­ған, ҙур танылыу яулаған сығарылыш уҡыусылары: медицина фәндәре докторы Г. Ф. Рәхмәтуллина, юридик фәндәр кандидаты, күп йылдар Башҡорт АССР-ы Юғары суды рәйесе булып эшләгән Ш. К. Вахитов, БАССР -ҙың Дәүләт именлеге комитеты рәйесе урынбаҫары К. Д. Вахитов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рационали­заторы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры А. Х. Рәшитов, шағирә Р. Ғ. Вәлиева, яҙыусы М. А. Чванов, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Х. Ғ. Яруллин, һалым полицияһы генерал-лейтенанты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Э. В. Ҡолмөхәмәтов, “Транснефть продукт” акционерҙар йәмғиәте президенты И. Ғ. Ишмөхәмәтов, химия фәндәре докторы И. Б. Абдрахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Данис Дусов, республиканың атҡаҙанған элемтәсеһе Дон Дусов, “Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары, Салауат район Советы рәйесе Р. Х. Әбдрәшитов менән бөгөн дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала мәктәп коллективы.
Мәктәп үҙенең уҡытыусылары менән дә дан тота. 71 уҡытыусы РФ һәм БР-ҙың Почетлы мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.
Күрһәткестәр буйынса мәктәп районда беренсе урынды биләй. Ул – район мәғариф бүлегенең һәм БР Мәғариф министрлығының терәк мәктәбе. Был ҡаҙаныштар 1992 йылда Башҡортостан Республикаһында тәүге ауыл мәктәп-гимназияһын, ә 1999 йылда Башҡорт гимназияһын асыу мөмкинлеген бирә.
1974 йылда мәктәптең 640 урынлы өс ҡатлы бинаһы сафҡа инә. 2001 йылда гимназия эш башлай һәм шул арҡала ике мәктәптә лә уҡытыуҙы бер сменала ойоштороу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Был йылдарҙа мәктәпте Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фларит Фәрит Баймөхәмәтов етәкләй. Яҡшы йыһаз­ландырылған информатика кабинеты, спорт залы, бик матур ашхана, спорт майҙансығы, хеҙмәт кабинеты, китапхана – былар барыһы ла белем биреү сифатын арттырыуға, уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуға булышлыҡ итә. Яҡты, иркен коридорҙар, заманса техник саралар менән тәьмин ителгән класс бүлмәләре, һәр ерҙә балаларҙың шат, ихлас тауышы яңғырай.
Мәктәптең уңыштарға ирешеүендә, уҡытыусыларҙың яңынан-яңы еңеүҙәр яулауында белем усағының директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, уҡытыусы-эҙләнеүсе Әлфиә Рәмил ҡыҙы Кәримованың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул 2014 йылдан алып уҡыу йортона етәкселек итә. Эште дөрөҫ ойоштороп, отошло алымдар табып, тейешле йүнәлештәр һайлай белеүе менән ул үҙен оҫта етәксе итеп күрһәтте. Мәктәптең матди-техник базаһы нығытылды, бүлмәләре заманса йыһазландырылды, зауыҡ менән биҙәлде.
Бөгөн мәктәптә 358 уҡыусы белем ала. Коллективта 29 уҡытыусы эшләй, улар барыһы ла тәжрибәле. Шулар араһынан 1 уҡытыусы “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, 3 педагог “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөтә. Бер уҡытыусы – Рәсәй Федерацияһының, бер педагог Башҡортостан Республикаһының “Иң яҡшы уҡытыусы” мәғариф проектында еңеп сығып, грантҡа лайыҡ булды.
Белем биреү процесын камил­лаштырыуҙың сиге юҡ, ныҡышмалы эҙләнергә, заманса алымдар табырға, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Туған телдә иркен аралашыу, рус телен тейешле кимәлдә белеү, шул уҡ ваҡытта инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү ҙә киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса. Мәктәптә, бөгөнгө көн талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләй. “Ил киләсәге – талантлы йәштәр ҡулында” тиҙәр, ә талантлы йәштәрҙең киләсәге талантлы уҡытыусылар ҡулында.
Һәр уҡытыусы дәрестәренә яңы алымдарҙы, эш төрҙәрен индереп, традицияларҙы һаҡлап, уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Улар: Татьяна Томилина, Әлфиә Кәримова, Венера Блиновских, Гөлнур Байрамғолова, Гөлнур Аҡтуғанова, Мәрйәм Солтанова, Әлфиә Баймөхәмәтова, Ләйлә Сәмиғуллина, Гөлнур Солтанова, Гүзәл Назарова, Светлана Әминева, Айгөл Фәхретдинова, Индира Зиннәтуллина, Фәриҙә Ямаева, Фирүзә Йосопова, Лелиза Сафина, Зөлфиә Мостафина, Регина Ғилманова, Эльвира Фазлыева, Гөлнара Килдейәрова, Зөлфиә Нәсибуллина, Айгөл Ғайсина, Эльза Шакирова, Рәмилә Сәфәрғәлина, Айгөл Әхмәтйәнова, Илдус Закиров.
Шулай уҡ төрлө һөнәри конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә мәктәп уҡытыусылары.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ә. Р. Кәримова, Г. Р. Байрамғолова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды.
Л. Д. Сәмиғуллина, Ә. Ф. Баймөхәмәтова, Г. З. Солтанова, А. Х. Фәхретдинова, Г. М. Назаровалар район буйынса уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәштеләр. И. К. Зиннәтуллина “Иң яҡшы класс етәксеһе” конкурсында беренселекте бирмәне.
Уҡытыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу, яңы стандарттарҙы, методикаларҙы өйрәнеү маҡсатында 2015 йылда мәктәптә тәжрибә майҙансығы асылды һәм, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология кафедраһы менән килешеү нигеҙендә, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаева етәкселегендә тығыҙ, эшлекле бәйләнеш булдырылды. “Лингвистик дисциплиналарҙың теорияһы һәм уҡытыу методикаһы” темаһына арналған республика, Бөтә Рәсәй фәнни конференциялар ойошторолдо. Инновацион майҙансыҡ булдырылғандан бирле һөҙөмтәләр яҡшырғаны, балаларҙың олимпиада, конкурстарҙа юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәткәне билдәләнде. 2015 йылда мәктәп нигеҙендә мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәр асылыуын да яңы күренеш, тип ҡабул итергә кәрәк. Был төркөмдәр уҡытыусыларға уҡырға ниндәй балалар килеүен алдан күреп, улар менән әҙерлек эштәрен эҙмә-эҙлекле алып барырға киң мөмкинлектәр аса.
Балалар үҙҙәрен ошо ерҙең ысын хужалары итеп тойоп, шәхес булараҡ формалашһын өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлнур Байрамғолова, Мәрйәм Солтанова яҡташ шағирҙар С. Юлаев, Р. Ғарипов, М. Чванов, С. Әлибай, Р. Хисаметдиноваларҙың ижадын дәрестәрҙә йыш ҡуллана.
Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә физкультура һәм спорт лайыҡлы урын алып тора. Мәктәптең яҡшы итеп йыһазландырылған спорт залында төньяҡ-көнсығыш төбәгенең спорт буйынса зона ярыштары һәр ваҡыт үткәрелеп тороуы тәбиғи хәл. Тәжрибәле уҡытыусылар Айвар Йәнгиров һәм Эдуард Мөсәлләмов етәкселегендә уҡыусылар еңел атлетика, саңғы, волейбол, өҫтәл теннисы кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә һәм район күләмендә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындарға лайыҡ була. Мәктәп коллективы, заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап йәшәй. Киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйған белем усағы артабан тағы бейегерәк үрҙәр яулар әле.
Гөлнур БАЙРАМҒОЛОВА,
1-се Малаяҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: