Белем көнө! Оҙайлы йәйге каникулдар артта ҡалды, балалар ҡабат мәктәп партаһы артына ултырҙы. 1 сентябрҙә район мәктәптәре яңы уҡыу йылына 3350 уҡыусыны ҡабул итте. Ә шуның 50-һе Урмансы төп мәктәбенә килде.
Район вәкиле булараҡ, быйыл Белем көнөндә үҙемдең тыуған мәктәбемдә булыу бәхете тейҙе. Байрам тантанаһы тыштағы майҙансыҡта үтте. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Урмансы төп мәктәбе мөдире Айгөл Шәймырҙина ҡотлау һүҙҙәре менән сәләмләне. Ул төрлө конкурстарҙа призлы урындар алыусы балаларға Почет грамоталары тапшырҙы. Ауыл советы депутаты, клуб мөдире Сафуан Сәйетғәлин “Етегән” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле составында әүҙем ҡатнашып йөрөгән уҡыусы ҡыҙҙарҙы, ҡурайсы егеттәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Педагогик хеҙмәт ветераны Шәрифә Закирова йәш быуынға изге теләктәрен еткерҙе.
Әлбиттә, тәүге ҡыңғырау беренсе кластар өсөн яңғырай. Быйыл Урмансы мәктәбенә тәү тапҡыр белем алырға дүрт уҡыусы: Айнур Моратов, Динислам Солтанов, Нәзирә Дилмөхәмәтова һәм Ләйсән Фәйзуллина килде. Уларҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Дилмөхәмәтова ҡабул итте. Беренселәргә мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Гөлнәзирә Солтанова уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итте. Кескәйҙәргә өлкән класс уҡыусылары “Әлифба” китабын таратты, уларға шиғыр-йырҙар бағышланы. Еҙ ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы мәктәптең уҡыу алдынғылары: 9-сы кластан Салауат Мөхәмәтйәров менән 2-се кластан Раушания Нурмөхәмәтоваға бирелде.
Урмансы мәктәбенең ике ҡатлы бинаһының тәҙрәләре, ишектәре алмаштырылып, төҙөкләндереү эштәре тамамланыу өҫтөндә ине. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса, ауыл халҡы, мәктәп, клуб коллективы тырышлығы менән балалар хәҙер уңайлыраҡ шарттарҙа белем аласаҡ. Бында мәктәпкәсә төркөм дә урынлашҡан. Балалар баҡсаһына 15 тәрбиәләнеүсе йөрөй.