Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль 2018, 10:08

Имтихандар – артта, ә алда – яңы һынауҙар

Район мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтте

Берҙәм дәүләт имтихандары тамам­ланыу менән белем биреү учреждениеларында сығарылыш кисәләре ойошторола. Быйыл районда барыһы 113 уҡыусы мәктәп менән хушлашты, уларҙың 19-ҙы “Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
Малаяҙ башҡорт гимназияһын быйыл 33 егет-ҡыҙ тамам­ланы. Сығарылыш кисәһенә уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, балаларҙың туғандары һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Гимназия директоры Розалия Латипова барыһын да байрам менән ҡотлап үтте. Уҡыусыларҙың кәйефе күтәренке ине, сөнки барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты һәм Маҡтау грамоталары алды. Биш уҡыусы: Сулпан Ғиләзова, Карина Зиннурова, Эльмира Ғибаҙуллина, Яна Климович һәм Марина Ермакова миҙалға бөттө. Ғөмүмән, гимназистарҙың имтихандар буйынса һөҙөмтәләре яҡшы. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө ҡалаларындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға йыйына. Ҡалғандары иһә республиканың башҡа ҡалаларында һәм Силәбе өлкәһе вуздарында уҡыуын дауам итергә уйлай.
Сығарылыш кисәһе бик матур үтте. Ата-әсәләр, педагогтар сығарылыш класс уҡыусыларын байрамдары менән тәбрикләп, киләсәктә лә гимназияның, Салауат районының данын күтәрерҙәй шәхестәр булыуын теләне.
Читайте нас: