Уҙған аҙнала сығарылыш класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Райондың алдынғы белем биреү учреждениеларының береһе – Малаяҙ башҡорт гимназияһы ла ҡошсоҡтары менән хушлашты, быйыл 33 егет-ҡыҙ 11-се класты тамамланы.
Гимназия директоры Розалия Латипова барыһын да байрам менән ҡотлап, уҡыусыларға имтихандарын уңышлы тапшырып, төплө белемдәрен күрһәтеүҙәрен теләне.
Сара барышында төрлө конкурс, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырым уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар иғтибарға алынды. Уларға Маҡтау грамоталары, статуэткалар һәм бүләктәр тапшырылды. Бүләкләнеүселәр майҙансыҡтан Еңеүселәр парады менән үтте. Артабан һүҙ беренсе класс уҡыусыларына бирелде. Кескәйҙәр шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Сығарылыш уҡыусыларының класс етәкселәре Юлия Гусева, Людмила Гәрәева һәм тәүге уҡытыусылары Раушания Нурҡаева ла сығыш яһап, уларға уңыштар теләне. 11-се класс уҡыусылары үҙҙәренең остаздарына рәхмәттәр әйтеп, уларға сәскә гөлләмәләре бүләк итте.
Һуңғы ҡыңғырау биреү хоҡуғы уҡыу алдынғыһы Карина Зиннурова һәм беренсе класс уҡыусыларына тапшырылды. Еҙ ҡыңғырау сыңлап, ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡланғыс та һәм ҡатмарлы ла булыуын иҫкәрткәндәй тойолдо. Шуға тантаналы линейкала уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың күҙҙәрендә сағылған йәш бөртөктәре ғәжәп түгел. Һауаға шарҙар осорғандан һуң, уҡыусылар флешмоб бейене, парлашып вальсҡа төштө, йырҙар башҡарҙы. Алда – имтихандар, дуҫтар һәм уҡытыусылар менән хушлашыу, үҙ аллы тормошҡа юл. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!