Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2018, 15:47

Биш ҡыҙ – биш йондоҙ

Лағыр урта мәктәбенең 11-се класын биш ҡыҙ һәм 9-сы класын туғыҙ уҡыусы тамамлай. Улар өсөн Һуңғы ҡың­ғырау байрамы уҙғарылды.

Лағыр урта мәктәбенең 11-се класын биш ҡыҙ һәм 9-сы класын туғыҙ уҡыусы тамамлай. Улар өсөн Һуңғы ҡың­ғырау байрамы уҙғарылды.
Сығарылыш уҡыусыларын мәктәп дирек­торы Ринат Ситдиҡов, Лағыр ауыл биләмәһе баш­лығы Зәбир Ситдиҡов, ра­йон хакимиәте вәкиле – баш архитектор Илдар Ямалыев ҡотлап, уларға оло тормош юлында уңыштар теләне. Уҡыуҙа алдынғы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға район мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеттары Маҡтау грамоталары, ауыл хакимиәтенән бүләктәр тапшырылды. Ата-әсәләр исеменән Рәзимә Мөхәмәтйәнова уҡытыусыларға рәхмәт белдереп, балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Үрҙә әйтелеүенсә, быйылғы уҡыу йылында 11-се класты 5 ҡыҙ ғына бөтә. Веолетта Ҡазыева, Гөлнара Зәйнуллина, Ирина Мөхәмәт­йәнова, Айгөл Ситдиҡова, Гөлназ Ибраһимова – барыһы ла әүҙем уҡыусылар, спортсылар, предмет олимпиадалары еңеү­селәре-призерҙары, мәктәптең Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы командаһы ағзалары. Улар артабан да уҡытыусыларын шулай уңыштары менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы көнөндә әүҙем атайҙарҙың береһе – Ким Бәширов 6-сы класта “Көндәлектәр” конкурсы уҙғарып, еңеүселәрҙе бүләкләне. Шулай уҡ ул мәктәпкә волейбол туптары ла бүләк итте.
Читайте нас: