Республика ата-әсәләр комитеты ағзалары – Салауат Юлаев ордены кавалеры, ил инәһе, уҡытыусы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, википедиясы, уҡытыусы, яҡташыбыҙ Миңһылыу Абдуллина, республика ата-әсәләр комитеты ағзаһы Радмир Мөхәмәтшин, Өфө ҡалаһы ата-әсәләр комитеты рәйестәше Шайморат Тимербулатов “Йөрәктән йөрәккә” тип аталған акция сиктәрендә апрель һуңында районыбыҙҙың Мөрсәлим, Тирмән, Башҡорт Илсекәйе, Урмансы ауылдарында булып, туған телебеҙ мәсьәләләре буйынса халыҡ менән осрашыу үткәрҙе.
Сара Мөрсәлим ауылында башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлиә Дилмөхәмәтова уҡыусылары менән “Алты ауыл – Түбәләҫ” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Уҡыусылар йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын да иҫбатланы. Ауыл китапханасылары Гөлсәсәк Сафина менән Эльмира Әхмәтшина Мәрйәм Бураҡаеваның ижадына арнап бик матур стенд әҙерләгәйне.
Мәктәп директоры Римма Гәрәйшина, ауыл хакимиәте башлығы Альберт Садиҡов ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, һүҙҙе ил инәһе, яңы ғына 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына бирҙе. Мәрйәм Бураҡаева үҙ сығышында бик матур итеп милләтте, телде нисек һаҡларға тейешлегебеҙҙе ябай миҫалдарҙа, һәр кемгә аңлайышлы итеп һөйләне.
– Һәр бер ауыл үҙенсә йәшәй, үҙенең генә хөрмәт иткән традициялары бар икән, тимәк, кешелек донъяһы – тәбиғәт ҡанунын һаҡлап йәшәй, тигән һүҙ. Һәр милләткә үҙенең телендә белем алыу мөмкинлеге бирелә. Милләт үҙен хөрмәт итһә генә, ул һаҡлана. Беҙ иҫ киткес рухи яҡтан бай халыҡ, беҙ ошоно фәҡәт тел аша һаҡларға тейешбеҙ. Телде белмәгәнлектән тарихты өйрәнә алмайбыҙ. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын ҡайтанан тәржемә итергә кәрәк, сөнки телебеҙҙең байлығы, кинәйәлеге иҫәпкә алынмаған, тура тәржемә эпосты боҙған. Киләсәгебеҙҙе рухи байлыҡтан мәхрүм итмәйек. Ә башҡорттоң 20-ләгән эпосы бар һәм улар тәржемә ителмәгән. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ белмәгәнлектән, башҡаларға баш эйәбеҙ шул. Йәнә бер миҫал. Ҡытайҙар бар нимәне фэншуй менән ҡора, эшләй. Шул уҡ фэншуй беҙҙеңсә ҡот. Был ғилем дә беҙҙә өйрәнелмәгән. Башҡорт ауылдары урамдары элек тырам-тыраҡай ултырған, ни өсөн шулай? Сөнки башҡорт өйөн ҡояшҡа ҡарап ҡуйған, шулай итеп ул күпме ҡот һаҡлаған.
Ни өсөн япондар, ҡытайҙар үҫешкән, алға киткән илдәргә әүерелде? Минеңсә, улар бер телдә – туған телдәрендә аралашҡанға күрә шундай үҫеш яһағандар. Әле беҙ Өфөлә һәм дөйөм Башҡортостан буйынса “Өләсәйҙәр мәктәбе” проектын башлап ебәрҙек. Беҙ бәләкәстәр менән һөйләшәбеҙ, бейейбеҙ, йырлайбыҙ. Туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нервы күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай.
Йыр-моң беҙҙең психиканы дауалар өсөн бирелгән. Ул – Хоҙайҙың бүләге. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит! – тип йомғаҡланы һүҙен ил инәһе Мәрйәм Сабирьян ҡыҙы.
Өфө ҡалаһы ата-әсәләр комитеты рәйестәше Шайморат Тимербулатов ата-әсәләр комитетының мөмкинлектәре тураһында һөйләп үтте. “Һәр милләт үҙ телендә белем алырға бурыслы. Ата-әсәләр комитеты ошо фекерҙәрҙе мәктәп етәкселегенә әйтә ала һәм мәктәп үҙ сиратында ата-әсәләр мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк, үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Ата-әсәләр араһында аңлатыу эше етмәй. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, дәүләт, мәктәп, ата-әсәләрҙең бергәләп аңлы, дөрөҫ һәм законға ярашлы эш алып барыуы ғына туған телебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡ һәм үҫтерәсәк. Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана, туған телдә уҡытыуҙы ата-әсәләр хәл итә ала”, – тине Шайморат Азамат улы.
Ауылдарҙа осрашыу барышында халыҡ борсоған һорауҙарын бирҙе. Фекер алышыу барышынан асыҡланыуынса, был башҡорт ауылдарының тик береһендә – Тирмән ауылында ғына башланғыс кластар туған башҡорт телендә белем ала. Мәктәптә барыһы 100-ҙән ашыу бала уҡый. Ә башҡа ауылдарҙағы мәктәптәр тулыһынса рус телендә белем алыуға күскән. Уҡытыу программаһынан хатта “Тормош һабаҡтары” дәресе алып ташланған. Мөрсәлим ауылында халыҡтың 60 проценты – башҡорттар, 25 проценты – урыҫтар, ҡалғандары – төрлө милләт вәкилдәре, барлығы 17 милләт йәшәй.
Илсекәй ауылы халҡы тотош башҡорттарҙан тора, унда тик башланғыс кластар өсөн мәктәп эшләй. Күрше ауылдан ике рус милләтле уҡыусы йөрөп уҡыу сәбәпле, был ауылда уҡытыу тулыһынса рус телендә алып барыла.
Урмансы ла тулыһынса башҡорт ауылы. Тик уҡытыу беренсе кластан башлап рус телендә алып барыла. Мәктәптә 52 бала белем ала. Балалар баҡсаһында уҡытыу-тәрбиә эше башҡорт телендә бара.
Осрашыуға килгән уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һүҙҙәре буйынса, башҡорт телендә уҡытыуҙы талап итеүе ауыр. Талап иткән хәлдә лә, үрҙәге етәкселек мәктәптәрҙе ябыу менән янай башлай. Һәм шуға ла ата-әсәләр туған телдә уҡытыуҙан баш тартырға мәжбүр була.Өфөнән килгән ҡунаҡтар, урындағы хәл менән танышып, ошондай фекерҙәр менән ҡайтты.
Мәҡәләне Мәрйәм Бураҡаеваның һүҙҙәре менән тамамлағы килә. “Был яҡты донъяға тыуыуҙың һәм йәшәүҙең иң беренсе маҡсаты һәм иң ҙур бәхете – үҙ рухыңды дауам итеүсе балалар ҡалдырыуҙа икәнлеген үҙебеҙ аңларға тейешбеҙ”.
Миңһылыу Абдуллина:
– Сығышым ошо төбәктән булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Яҡташтарымдың телде онотмай, матур саралар ойоштороуҙарына кинәнеп ултырҙым.
Башҡорт ата-әсәләре, ғилемле һәм дә аҡыллы булып, ике төрлө уҡытыуҙы, туған тел булараҡ, дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы талап итеп ғаризалар яҙһа, ғаиләһе менән туғанлашҡан йә үҙе дуҫ булған башҡа милләттәрҙе был эшкә ипләп кенә, ыңғай аралашып, ылыҡтырһа, һөҙөмтә юғары булыр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ башҡорт ата-әсәләребеҙ ҙә, балаларын үҙ телебеҙҙә уҡытыуға ҡаршылашып, оло хата яһай.
Башҡорт теле яҡлауға мохтаж
Күрше Татарстан Республикаһының “Татарстан – яңы ғасыр” каналын ҡарап, һоҡланып та, көнләшеп тә ҡуйҙым.
Дәүләт Советы ултырышы эше барышынан тапшырыу күрһәттеләр. Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин ултырышты татар телендә алып барҙы. Ә депутаттар төп проблема итеп тел мәсьәләһен күтәрҙе. Күбеһенсә улар Федераль үҙәккә татар телен яҡлап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ Рәсәйҙә башҡа милли республикаларҙың төп халыҡ телдәре дәүләт теле итеп иғлан ителгән икән, уларҙы ла яҡларға кәрәк, тип таптылар һәм аңлаттылар. Татарстан депутаттарынан башҡа, сыуаш, керәшен, мишәр милләтенән булғандары ла был хәлде яҡланы. Төньяҡ Кавказ республикалары һәм Саха- Яҡут парламенттары ла үҙ телдәрен яҡлап, Федераль үҙәккә бер нисә мәртәбә сығыш яһаны.
Ә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының шундай сығыштарын күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Күрше ҡәрҙәштәрҙән үрнәк алһындар ине улар. Башҡорт теле лә яҡлауға мохтаж!
Әлтәф Ғәйфуллин,
“Башҡортостан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе.