Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Апрель 2018, 10:59

Оло, олпат уҡытыусы, Туҡһанын тултырып, йөҙгә атланы

Халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәнифә Искәндәрованың ҙур юбилей кисәһе үткәрелде

Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова – ябай ауыл уҡытыусыһы. Ләкин ошо ябайлығы, эшһөйәрлеге, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүе, үҙ халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе менән бөйөк исемдәргә лайыҡ булған шәхес ул.

Яхъя ауылында алты балалы ғаиләлә тыуған ҡыҙҙың яҙмышы тиҫтерҙәренән һис айырылмай: үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышына тура килә. 7 класс бөтөп, колхозда счетовод, иҫәпсе булып эшләй. Белемгә ынтылышы уны Мәсәғүт педагогия училищеһына килтерә. Артабан Өфөлә пединститут тамамлай. Хеҙмәт юлын 1949 йылда Арҡауыл урта мәктәбендә башлай. Ҡырҡ йылдан ашыу балаларға биология фәне серҙәрен төшөндөрә. Тәүгеләрҙән булып мәктәп яны участкаһын булдыра, уҡыусылар менән берлектә тәжрибәләр үткәрә. Төп эшенән тыш, бик ҙур йәмәғәт бурыстарын да башҡара. Ике саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советына депутат, өс тапҡыр Советтар Союзы Ҡатын-ҡыҙҙар комитетына ағза итеп һайлана. Салауат районы, төньяҡ-көнсығыш төбәк, республика һәм ил үҫешенә Хәнифә Искәндәрова заманында тос өлөш индерә. Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы, мәҙәниәт йорто төҙөү, район үҙәгенән ауылдарға, Өфөгә автобус маршруттары астырыу, юлдар һалдырыу – һайлаусылар наказдарын үтәүгә ул, депутат булараҡ, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй...

СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры Хәнифә Сираж ҡыҙының район мәҙәниәт йортонда үткән 90 йәшлек оло юбилейына арналған байрам кисәһендә күрһәтелгән БСТ фондының “Ябайлыҡта – бөйөклөк” документаль фильмында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың ябай, ҡатмарлы һәм данлы тормош юлы бәйән ителде. Педагогик хеҙмәт ветеранын олпат ғүмер байрамы менән район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, район мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина ҡайнар ҡотланы. Улар юбилярға ҡиммәтле бүләктәр бирҙе, “Янғантау” шифаханаһында ял итергә сертификат та тапшырылды.

БР Мәғариф министрлығы исеменән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты проректоры, педагогия фәндәре кандидаты Лилиә Шәкүрова ҡотлау хатын еткерҙе. Абруйлы ҡунаҡтарҙан Рәсәй Федерацияһының Халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһаны.

– Миңә 1966 – 1969 йылдарҙа Малаяҙ мәктәбендә уҡытырға яҙҙы. Хәнифә менән шунан бирле дуҫбыҙ, әле лә аралашып торабыҙ. Үҙегеҙҙең шәхестең юбилейын шулай ҙурлап үткәреүегеҙгә бик шатмын, – тине ул. Лиза Ҡыям ҡыҙы хәҙерге заманда ла Уҡытыусы исемен юғары күтәрергә, был Изге һөнәр эйәһенә һәйкәл ҡуйырға кәрәклеген дә әйтеп китте.

Мәғариф министрлығының милли телдәр бүлегенә оҙаҡ йылдар етәкселек иткән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, юбилярҙың ауылдашы Зилә Яппарова, хеҙмәттәштәре, атҡаҙанған уҡытыусылар Мөслимә Мөғтәбәрова, Искәндәр Миһранов, БР-ҙың мәғариф отличнигы Рауил Саматов һ.б. остазына иң изге теләктәрен еткерҙе. Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова, Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе директоры Наилә Бабаджанова ла ҡотларға сыҡты. Яхъя, Торналы мәктәптәре етәкселеге лә Халыҡ уҡытыусыһын бүләкләне.

Кисәлә йәш уҡытыусылар, уҡыусылар, артистар, үҙешмәкәр ансамблдәр Хәнифә Искәндәрованы тыуған көнө менән йыр-бейеү, шиғыр юлдары аша тәбрикләне. Юбилей сараһы бик матур итеп әҙерләнгәйне. Ғүмеренең туғыҙ тиҫтәһен тултырған Хәнифә Сираж ҡыҙы, шуға ҡарамаҫтан, ике сәғәттән ашыу барған сарала сәхнә түрендә сабыр ғына ҡарап ултырҙы. Һуңынан үҙе лә һүҙ алды:

– 90 йәш – иҫ киткес ҙур ғүмер ул. Арҡауылда минең менән бергә эшләгән уҡытыусыларҙың күбеһе ошо йәшкә етте.

Ҡасандыр тыуған ауылым Яхъяла колхозда эшләгәнем, аҙаҡ ауылдан унлаған йәш егет-ҡыҙҙың Мәсәғүткә 90 саҡрым араны сабата менән йәйәү үтеп, уҡырға барыуыбыҙ әле лә хәтерҙә. Өфөлә пединститут, артабан уҡыта башлағас, университетта ситтән тороп белем алдым. Арҡауыл мәктәбенә килгәндә 20 генә йәшлек инем. Бына шул ҡәҙәре ғүмер ҙә үтеп киткән, – тип ул хәтер йомғағын һүтеп, йәштәргә аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, кисәне ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Хәнифә Сираж ҡыҙы бөгөн Арҡауыл ауылында йәшәй. Уның ире Рим Ғабдрахман улы географиянан уҡытҡан. Улар өс бала үҫтергәндәр. Бәхетле өләсәй 15 ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр шатлығын кисерә. Ветеран унлаған төр матбуғат баҫмаһы алдыра. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙан, йыйылыштарҙан ҡалмай. Районыбыҙҙың Почетлы гражданы, абруйлы шәхесе Х. Искәндәрова әле лә әүҙемлеген юғалтмай.

Ҡыҫҡаса белешмә

Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Яхъя ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын, Өфө уҡытыусылар институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Арҡауыл мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ мәктәптәрендә уҡыта. Арҡауыл урта мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Эш дәүерендә уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, “Һарғамыш” совхозы яландарында, фермаларында дәрес үткәрә, совхоз эшсәндәре алдында лекция, докладтар менә сығыш яһай. Мәктәптә “Йәш натуралистар” түңәрәген алып бара, биология кабинетын йыһазландыра, мәктәп яны тәжрибә участкаһына етәкселек итә. Уңышлы хеҙмәтен Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәләренә тәҡдим итә.

Хәнифә Сираж ҡыҙы СССР Юғары Советының һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылышына (1970 – 1979 й.й.) депутат итеп һайлана. КПСС-тың XXIV съезы, Беренсе Бөтә Союз уҡытыусылар съезына делегат була. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме (1968), Ленин ордены (1968), БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы миҙалдары, Почет грамоталары (1988), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР-ҙың (1967) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнгән.
Читайте нас: