Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2017, 14:15

Райондың иң яҡшы белем усағы

Малаяҙ башҡорт гимназияһы юбилейы ҙурлап үткәрелде

Сирек быуат ваҡыт, тарихи күҙлектән ҡарағанда, әллә ни ҙур осор түгел. Әммә ошо 25 йыл эшләү дәүерендә Малаяҙ башҡорт гимназияһы бик күп уңыштарға өлгәште. Ул хәҙер районда иң эре мәктәп кенә түгел, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында иң яҡшы инновациялы учреждение булып һанала. 25 йыл эсендә гимназия 665 егет-ҡыҙҙы уҡытып сығарҙы, уларҙың һәр алтынсыһы миҙалға бөттө, 104 сығарылыш уҡыусыһы тик “бишле” билдәһенә аттестат алды. Әлбиттә, уның уңыштары бының менән генә сикләнмәй.


Юбилей тантанаһында Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры Розалия Латипова алдынғы белем усағының төп күрһәткестәрен барланы:

– 2017 йылды 9-сы һәм 11-се кластан 25 уҡыусы тик “бишле”гә тамамланы. Һәм гимназия тарихында тәүге тапҡыр ун беренсенән 12 уҡыусы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалын алып сыҡты. Имтихандарҙағы уртаса балл барлыҡ предметтарҙан да республика күрһәткестәренән юғары, – тине ул. – Беҙҙә 5 уҡытыусы “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре”, 4-һе – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә, 13 педагог “БР мәғарифы отличнигы” билдәһенә эйә. 6 уҡытыусы “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты конкурсы еңеүсеһе, 18-ҙе – “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе, призеры, ә 3 уҡытыусы республика этабы призеры булып танылды.

Гимназия “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 гимназияһы” исемлегенә ингән. Ике тапҡыр “Электрон мәктәп” республика форумында еңеү яулаған. Ошо уҡыу йорто базаһында Федераль мәғарифты үҫтереү институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тәжрибә майҙансыҡтары асылған. Былар барыһы ла бында эшләгән тырыш һәм тәжрибәле уҡытыусылар коллективының эш һөҙөмтәһе.

Малаяҙ башҡорт гимназияһының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҡытыусыларҙы, педагогик хеҙмәт ветерандарын, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, элекке сығарылыш уҡыусыларын район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Сергей Гусев, район мәҙәниәт йорто директоры Илнур Вәлиев ҡотланы. Тантанала бер төркөм уҡытыусыларға район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге Почет грамоталары тапшырылды. Малаяҙ ауылында, районда гимназия астырыуға, уның бинаһын һалдырыуға ҙур көс һалған тәүге директор, педагогик хеҙмәт ветераны Фларит Баймөхәмәтов үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Гимназияның ата-әсәләр комитеты рәйесе Рөстәм Вәлиев барлыҡ ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерҙе. Һуңынан сәхнәгә ҡасандыр ошо белем усағын тамамлаған элекке уҡыусылар ҡотларға саҡырылды. Әлбиттә, улар буш ҡул менән килмәгәйне. Тыуған мәктәбенә, үҙҙәренең класс етәкселәренә, эштәрендә ярҙам булһын тип, медиапроектор, принтер кеүек ҡиммәтле бүләктәр бирҙеләр.

Байрам гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелде. Уҡыған мәлдәрендә бында һәләттәрен асып, төрлө мәҙәни сараларҙың биҙәге булған элекке йылдар сығарылыш уҡыусылары Айгиз Ханов, Алия Миңлеғәлимова, Кристина Хисаметдинова һәм Зөһрә Мөхәррәмова ла тыуған гимназияһы юбилейына моңло һәм дәртле йырҙарын бүләк итте.

Юбилей сараһында Малаяҙ башҡорт гимназияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән ветеран-уҡытыусылар Фларит һәм Лилиә Баймөхәмәтовтар, Анил һәм Фәнзира Ғәлимовтар, Рәүфә Сәйетғәлина, Тайфа Хәсәнова, Полина Сергеева, Димара Ғәлимуллина, Флорида Минғәлиева, Галина Корнеева һ.б. исемдәре ҡат-ҡат әйтелде. Улар араһында бөгөн баҡыйлыҡта булған Рита Вәлиева, Сәүиә Закирова, Наталья Тазиева һәм Зәйтүнә Вахитованы бөтә зал аяғүрә баҫып тынлыҡ менән иҫкә алды.
Читайте нас: