Унда ҡатнашыуға республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондары саҡырыла. Конкурс башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт теле булараҡ популярлаштырыуға, шулай уҡ алтаҡталарҙы, күрһәткестәрҙе һәм урам исемдәрен биҙәүҙә хаталарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
Хакимиәттәрҙең эшен тел ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыу сифаты һәм һанлы ҡоралдарҙы файҙаланыу буйынса баһалаясаҡтар. Улар араһында – «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» һәм сертификацияланған тәржемә өсөн «Башперевод» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй.
Конкурс икенсе тапҡыр үткәрелә. 2025 йылда Салауат районы был конкурста өсөнсө урынға лайыҡ булғайны.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
#ДеньРодногоЯзыка #Башкортостан #Курултай