Сара илдең төрлө мөйөштәренән: Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем 70-тән ашыу почта һөнәре вәкилдәрен берләштерҙе, тип яҙа «Республика Башкортостан» гәзите. Һайлап алыу этабын үткән ҡатнашыусылар финалда үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын һәм эшкә ижади ҡарашын күрһәтте.
Конкурста 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙан почтальондар ҡатнаша ала. Уға бөтәһе өс меңдән ашыу ғариза килгән, был ауыл ерендә почтальондың һөнәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм уның роленең әһәмиәте хаҡында һөйләй, тип хәбәр итә «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.
«Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны – 2025» исемен Башҡортостандан Зилә Романова яуланы һәм 250 мең һум күләмендә аҡсалата призға лайыҡ булды. Ул ун йыл инде Ғафури районының Родина ауылында хат ташыусы булып эшләй. Зиләнең фекеренсә, тирә-яҡтағы кешеләр өсөн эшләгәндәр генә яҡшы почтальон була ала. Шуға күрә уның эшендә иң мөһиме – ауылдаштары менән аралашыу, ярҙам итеү һәм улар тураһында хәстәрлек күреү.
«Почтальондарҙың көндәлек эше – үҙ эшенә һөйөү һәм гражданлыҡ бурысына хеҙмәт итеү өлгөһө. Һөнәри бурыстарын үтәгәндә улар иң яҡшы сифаттар күрһәтә: ярҙамсыллыҡ, изге күңеллелек, йыш ҡына батырлыҡ та күрһәтә. Сөнки улар тышҡы шарттарға ҡарамай эшләй. Почта һәм түләүҙәр ташыйҙар, ҡайһы берҙә үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә, сөнки үҙ эшен яраталар, уның мөһимлеген аңлайҙар һәм Рәсәй граждандарының уларҙы көтөп тороуын беләләр», – тип билдәләне Рәсәй почтаһының генераль директоры Михаил Волков.
Әйтергә кәрәк, «Ауыл почтальоны» конкурсы тәүгә үткәрелде. Ул РФ Цифрлы үҫеш министрлығы, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы һәм «Агро» ОСП-һының бағыусылыҡ ярҙамы менән үтте һәм почтальон һөнәренең абруйын күтәреүгә, ауыл менән илдең башҡа өлөшө араһында бәйләнеште нығытыуға йүнәлтелгән.
Фото: «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең БР федераль почта элемтәһе идаралығы матбуғат хеҙмәте.