Конкурстар
8 Июня 2025, 13:15

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Төньяҡ балҡышы" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Бөтә республиканан балалар жюри хөкөмөнә Арктика пейзаждары, аҡ айыуҙар һәм үҙ ҡулдары менән йыйылған караптар һәм боҙватҡыстар макеттарын ебәрҙе. Айырым тема - Башҡортостан матурлығы менән һалдаттар өсөн ҡулдан яһалған открыткалар. Альбанов исемендәге полярниктар музейы һәм Баҡаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙ үҙәге бындай ярышты бишенсе тапҡыр үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Төньяҡ балҡышы" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Төньяҡ балҡышы" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Төньяҡ балҡышы" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

– Еңеүселәрҙе бүләкләү тап "Әйҙә уйнарға" фестивалендә үтеүенә шатмын. Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан, һәм әлегә уйнарға, ғәжәпләнергә һәләтле, беҙҙең йән тере. Һүрәт төшөрөүҙе һәм ижад итеүҙе туҡтатмағыҙ, – тип мөрәжәғәт итте балаларға ҡаланың Йәмәғәт палатаһы секретары Әнүәр Байков.

Ул махсус хәрби операцияла һәр подразделениела тиерлек балалар һүрәттәре һәм хаттары стенаһы булыуын билдәләне.

"Патриотизм эш аша сағылырға тейеш. Ә һеҙҙең һүрәттәрегеҙ, фронтҡа хаттарығыҙ – был һеҙҙең бәләкәй эштәрегеҙ", – тине ул конкурсанттарға.

"Төньяҡ балҡышы" балалар сәнғәт мәктәптәре, ижади түңәрәктәр һәм балалар баҡсалары уҡыусыларын берләштерә. Конкурсҡа 150-гә яҡын эш килгән.

 II "Әйҙә уйнарға" фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

Автор: