Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2025, 18:10

Рәсәй Генераль прокуратураһы "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" конкурсын иғлан итте

Беренсе майҙан Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" конкурсын ойоштора.

Рәсәй Генераль прокуратураһы "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" конкурсын иғлан итте
Рәсәй Генераль прокуратураһы "Бергәләп коррупцияға ҡаршы!" конкурсын иғлан итте

Өс йәш төркөмө конкурсанттарына (10-15 йәш, 16-20 йәш һәм 21-25 йәш) өс номинация буйынса: "Иң яҡшы плакат", «Иң яҡшы һүрәт", "Иң яҡшы видеоролик" коррупцияға ҡаршы соцреклама әҙерләргә тәҡдим ителде.

Эштәр конкурсының рәсми сайтында www.anticorruption.life 2025 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы иғлан итеү йыл һайын 9 декабрҙә билдәләнгән Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә арнала.

"Республика Башкортостан" гәзите Федераль күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән хәбәр итеүенсә, бөгөнгә дәғүәселәрҙән 243 эш килгән.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм баһалау критерийҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ошо сайтта бирелгән.

Фото vk.com/genprocrf.

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас