Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март 2025, 18:05

Башҡортостанда урындағы үҙидараны яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙы һайлайҙар

Башҡортостанда урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы журналистар араһында конкурс иғлан ителде. Ғаризалар 25 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостанда урындағы үҙидараны яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙы һайлайҙар
Башҡортостанда урындағы үҙидараны яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙы һайлайҙар

Был номинацияла еңеүселәрҙе жюри «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы сиктәрендә билдәләйәсәк. Беренсе урын өсөн бүләк - 50 мең һум, икенсе урын өсөн - 30 мең, өсөнсө урын өсөн 20 мең һум тәшкил итәсәк.

Конкурста ҡатнашыуға республиканың матбуғат баҫмалары һәм телерадиокомпаниялары хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. Материалдарҙы баһалағанда яҙыу нигеҙлелеге, теманы асыу тәрәнлеге, объективлыҡ, мәҡәләне әҙерләгәндә инициатива иҫәпкә алынасаҡ.

Материалдарҙы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ебәрергә кәрәк: ҡағыҙҙа - 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге (тел. 8 (347) 218-07-73); электрон төрҙә - почтаға: zamanova.z@bashkortostan.ru

Конкурстың тулы шарттары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн номинациялар тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ конкурс тураһында Положение менән ошо һылтанма https://pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/700968/ буйынса Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында танышырға мөмкин.

Фото: БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.

 

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас